• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Саҡмағош районында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Өлфәт Мостафиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды 01.06.21 10:17

    Саҡмағош районында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Өлфәт Мостафиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

    1 июндә Саҡмағош районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Өлфәт Мансур улы Мостафиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙа ҡатнашты. Таҡтаташ Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Латипов исемендәге Иҫке Бәшир урта мәктәбе бинаһына ҡуйылды. Өлфәт Мостафин ошо белем усағында уҡыған.

    - Миңә Өлфәт Мансур улын һуңғы юлға оҙатырға тура килер, тип бер ваҡытта ла уйлағаным булманы. Ул Башҡортостан, Өфө, үҙе тыуған Саҡмағош районы өсөн бик күпте эшләй алыр ине әле. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы булып оҙаҡ та эшләп өлгөрмәне, әммә ошо ваҡыт эсендә Өфө үҙгәрҙе. Уның киләсәккә бик матур уй-ниәттәре бар ине. Өлфәт Мансур улы хаҡында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр, - тине Радий Хәбиров. – Бөгөн ул уҡыған мәктәптә мемориаль таҡтаташ асыуыбыҙ бик һәйбәт. Йәш быуын ерҙә башын юғары тотоп, таҙа намыҫ менән лайыҡлы йәшәгән һәм эшләгән кешеләрҙе белергә һәм иҫләргә тейеш.

    Төбәк Башлығы 2020 йылдың декабрендә Өлфәт Мостафин хаҡында яҡты хәтерҙе мәңгеләштереү тураһында Указға ҡул ҡуйыуы, шуға ярашлы байтаҡ саралар ҡаралыуы тураһында әйтеп үтте.

    - Белеүегеҙсә, Өлфәт Мостафин волейбол уйынын яратты, “Урал” волейбол клубының попечителлек советын етәкләне һәм ошо йүнәлеште үҫтерҙе, яҡшы ғына уңыштар ҙа булды, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙ баш ҡаланың Калинин районында төҙөлгән Волейбол үҙәгенә Өлфәт Мостафиндың исемен бирергә ҡарар иттек. Был киләһе аҙым буласаҡ.

    Өлфәт Мостафиндың әсәһе Миләүшә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы улы хаҡында яҡты хәтер һаҡлауы өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.

    - Өлфәттең яҡты донъянан китеүенә ете ай үтте. Мин уның хаҡында яҡты хәтер һаҡлағаны өсөн Радий Фәрит улына әсәләрсә оло рәхмәтемде белдерәм. Һаулыҡ, һәр яңы башланғысығыҙҙа, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем, һәр эшегеҙ уң барһын, янығыҙҙа тоғро командағыҙ булһын, - тине Миләүшә Мостафина. – Башҡортостаныбыҙ – көслө һәм бай төбәк. Республика менән етәкселек итеү өсөн ҙур яуаплылыҡ, рухи ныҡлыҡ, команданың берҙәм булыуы кәрәк. Минең улым да шул команданың бер өлөшө ине. Ул һәр ваҡыт Башҡортостандың киләсәге яҡты буласаҡ, ти торғайны.

    Мемориаль таҡтаташты асҡандан һуң Радий Хәбиров мәктәп музейын ҡараны. Бында Өлфәт Мостафиндың һәм мәктәпкә исем биргән Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Латиповтың иҫтәлегенә бай материал тупланған.

    Республика Башлығы Өлфәт Мостафиндың башланғысы менән йыһазландырылған технология кабинетында ла булды. Ул был кабинетты асыуҙа шәхсән ҡатнашҡан булған. Коронавирус пандемияһы осоронда бында шәхси һаҡланыу саралары тегеү эшен яйға һалғандар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыл халҡына меңгә яҡын битлек тегеп тапшырғандар.
    Мәктәп Өфө технология һәм дизайн колледжы менән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөгән. Уҡыу йортоноң уҡытыусылары даими рәүештә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Был да – Өлфәт Мансур улының башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған изге эш.

    Белешмә:
    Өлфәт Мансур улы Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуған. “Хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу” специальносы буйынса Өфө дәүләт авиация институтын тамамлай. Техник фәндәр кандидаты.
    Хеҙмәт юлын Өфө торлаҡ-эксплуатациялау участкаларының береһендә слесарь булып башлай, Өфөнөң Киров районы хакимиәтендә, “Газ-Сервис” йәмғиәтенең “Өфөгаз” филиалында эшләй, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығы начальнигы, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтендә генераль директор урынбаҫары була. 2018 йылдың 29 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.
    2020 йылдың 29 октябрендә коронавирус инфекцияһына бәйле ауыр сирҙән мәрхүм булды.


    29 30 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 31 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»