• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    2021 йылда Башҡортостан КумАПП предприятиеһынан ҡотҡарыу-һүндереү веротлёттары һатып аласаҡ 13.03.21 11:53

    2021 йылда Башҡортостан КумАПП предприятиеһынан ҡотҡарыу-һүндереү веротлёттары һатып аласаҡ

    13 мартта республика Башлығы Радий Хәбиров Күмертауҙа “Рәсәй вертолеттары” холдингына ингән Күмертау авиация етештереү предприятиеһында булды. Ка-32 вертолетын етештереү өлгөләрен ҡараны, завод эшселәре менән аралашты.
    ***

    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, март башында Радий Хәбиров "Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән хеҙмәттәшлек итеү юлдары, предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре буйынса фекер алышҡайны. Атап әйткәндә, Күмертау авиация етештереү предприятиеһының йыллыҡ хеҙмәт һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә пландар тикшерелде.

    Былтыр предприятие продукцияны 43 процентҡа күберәк етештергән. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем ете яңы машина эшләү һәм тағы 15 вертолетты төрлө ведомстволарҙың заказы буйынса ҡорамалландырыу планлаштырыла. Әле иң уңышлы проекттарҙың береһе - күп маҡсатлы Ка-32 вертолетын заманса яңыртыу. Бындай машиналар паркы Рәсәйҙең күп ойошмаларында, Көньяҡ Кореяла, Төркиәлә, Ҡытайҙа, шулай уҡ Европа илдәрендә бар.

    Яңыртыу программаһы үҙ эсенә бортҡа заманса электр ҡоролмаһы урынлаштырыуҙы ала, ул ВК-2500ПС-02 ҡеүәтенә эйә яңы двигатель. Завод хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Ка-32 вертолетының янғын һүндереү өсөн яңы версияһын да эшләгән. Уның багы дүрт тоннаға тиклем һыу һыйҙыра аласаҡ, тимәк, ауыр урындарҙа утты һүндереү өсөн бик уңай.

    Республика Башлығы яңы продукцияның мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенә Ка-32 вертолетын быйыл ҡотҡарыу-һүндереү эштәрендә ҡулланырға тәҡдим итте.

    - Башҡортостан биләмәһе бик ҙур. Беҙҙә урман майҙаны күп, айырым һаҡланған объекттар ҙа бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр йыш ҡына барып етеүе ауыр урындарҙа була - янғындар, төрлө авариялар. Яңы техника уңышлы, иң мөһиме - халыҡты ҡотҡарыу һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тиҙ арала яйға һалыу өсөн уңайлы буласаҡ, - тине Радий Хәбиров. - Вертолет күп функциялы булырға, ҡотҡарыусыларҙың бар талаптарына яуап бирергә тейеш.


    29 30 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 31 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»