• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    2020 йылда «Башҡорт  ихаталары» программаһы өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк 10.02.20 10:31

    2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһы өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк

    2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.

    Министр әйтеүенсә, программаны ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек сиктәрендә муниципалитеттар өсөн берҙәм смета өлгөһө әҙерләнгән. Ул 1 марттан конкурс процедураларын башларға форсат бирәсәк. Подрядсы ойошмалар иһә үҙ эшен 1 майҙа башлай аласаҡ.

    2020 йылда йәмғеһе 390 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Атап әйткәндә, 2600 эскәмйә, 2000 сүп-сар һауыты, ике меңдән ашыу яҡтыртыу ҡорамалдары, 573 видеокамера урынлаштырыу, 170 контейнер майҙансыҡтары булдырыу күҙаллана. Эштәр тамамланғас бөтә төҙөкләндерелгән биләмәләр муниципаль берәмек ҡарамағына күсерелә.

    Радий Хәбиров, дизайн-проекттар һәр кем өсөн асыҡ, билдәле булырға тейеш тип белдерҙе.

    – Кешеләр төҙөкләндереүҙән һуң уларҙың ихаталары ниндәй буласағын алдан белергә тейеш, – тине республика етәксеһе. – 1 мартта бөтә муниципаль берәмектәр ҙә конкурс иғлан итергә тейеш. Әгәр ҙә 1 майға эштәр башланмай икән, алдан уҡ хәбәр итегеҙ, сәбәптәрен асыҡлағыҙ.

    Төбәк етәксеһе шулай уҡ урындағы етештереүселәр тәҡдим иткән тауарҙарға өҫтөнлөк бирергә ҡушты.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»