• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан аграрийҙары етештергән продукция күләме артҡан 13.01.20 11:28

    Башҡортостан аграрийҙары етештергән продукция күләме артҡан

    2019 йылда Башҡортостан аграрийҙары етештергән продукция күләме артҡан. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Ильшат Фазрахманов белдерҙе.  Ит һәм йәшелсә етештереү тәңгәлендә генә үҙтәъминәт бер аҙ түбәнерәк.
    Инвестиция проекттары артыуы дөйөм алғанда 6,5 млрд һумға 2 800 берәмек техника һәм ҡорамал һатып алырға форсат биргән. 162 фермер һәм кооперативтың матди-техник базаһын яҡшыртырға булышлыҡ иткән. Барлыҡҡа килгән ауыл хужалығы кооперативтыр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй кимәлендә беренсе урынды биләй. Тормошҡа ашырылған аграр проекттар һөҙөмтәһендә республикала йәмғеһе 7 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ.
    «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу ҙур һөҙөмтә биргән. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. 2019 йылда Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн 1,2 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 692,8 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Дөйөм сумманан 816,7 миллион һум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленә, 840 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар ала.
    Бер йылда һигеҙ – газ, 11 һыу менән тәьмин итеү объекты, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, 17 саҡырым автомобиль юлы төҙөлә. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджеттан.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»