• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә спорт көрәше үҙәге барлыҡҡа килә 23.08.19 12:32

    Өфөлә спорт көрәше үҙәге барлыҡҡа килә

    23 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаты, өс тапҡыр олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили менән бергә спорт көрәше үҙәгенә нигеҙ ташын һалыуҙа ҡатнашты.

    Баш ҡаланың «Глумилин» микрорайонында ҡалҡып сығасаҡ спорт көрәше үҙәге майҙаны ¬– 29 мең квадрат метр м. Халыҡ-ара кимәлдәге спорт объекты 3 мең 400 кешегә иҫәпләнгән. Унда көрәшселәр өсөн 19 келәм буласаҡ һәм был һарай республикала үҫешкән бөтә көрәш төрҙәрен берләштерә тип күҙаллана.
    Республика етәксеһе белдереүенсә, проект йыл дауамында әҙерләнгән, сөнки ул донъяуи талаптарға яуап бирергә һәм халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итергә тейеш.

    –Спорт көрәше үҙәген төҙөү минең күптәнге хыялым, ул ошо спорт төрөнә һәм тренерҙарға ихтирамым сағылышы. Был объект ҙур ихтыяж менән файҙаланылыр тип ышанам, – тине Радий Фәрит улы.

    Үҙәктең проекты әле дәүләт экспертизаһын үтеүгә әҙерләнә, объекттың дөйөм хаҡы 62 миллион һум, төҙөлөш киләһе йыл башланырға тейеш, уны ике йылда сафҡа индереү ҡаралған.

    Республика етәксеһе Башҡортостандың 2021 йылда үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә дәғүә итеүен дә билдәләне. Яңы объект төҙөлөүе был спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер арттырыр тигән ышанысын белдерҙе.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки