• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров «1000 музыкант көнө» фестиваленә барҙы 24.08.19 18:27

    Радий Хәбиров «1000 музыкант көнө» фестиваленә барҙы

    24 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «1000 музыкант көнө» фестиваленә барҙы, сара «Торатау» конгресс-холы эргәһендәге асыҡ майҙанда үтте. Төбәк етәксеһе фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар менән аралашты, композицияларҙы тыңланы.

    Башлыса рок-музыканттарҙы туплаған күләмле флешмоб башҡалала өсөнсөгә үтә. Унда ҡатнашыу өсөн быйыл Рәсәйҙең 40-тан ашыу ҡалаһынан 2 меңгә яҡын музыкант ғариза ебәргән. Күмәк башҡарыу өсөн йырҙар иһә интернет тауыш биреү юлы менән асыҡлана. Көн дауамында Өфө амфитеатры сәхнәһендә Nu Project, «Дамаск», «Дикси», The Times һәм Все ОК төркөмдәре сығыш яһаны. Фестивалдең төп ҡунағы итеп билдәле коллектив – «Ногу свело!» төркөмө саҡырылғайны.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки