• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә 28.06.19 19:15

    Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә

    28 июндә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһаны һәм бер төркөм замандаштарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы.

    Оло йыйындың икенсе өлөшөндә Ҡоролтай делегаттары айырым секцияларҙа ҡаралған һорау-мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәр яңғыратты. Башҡорт халҡын милләт булараҡ үҫтереүгә бәйле һорауҙар мәғариф, кадрҙар, башҡорт теле, тарих, демография, сәләмәтлек, медиа һәм киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт һәм сәнғәт, бизнесҡа, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙы борсоған темаларға ҡағылды.

    Радий Хәбиров делегаттар яңғыратҡан теләк-фекерҙәрҙе хупланы, улар барыһы ла дөйөм резолюцияла урын аласаҡ, артабан аныҡ ҡарарҙар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ тине.

    – Беҙҙең төп бурыс – ата-бабаларҙан ҡалған иң яҡшы сифаттарҙы, телебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, тормошҡа үҙенсәлекле ҡарашыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу. Шул уҡ ваҡытта 21-се быуатта иң алдынғы ҡарашлы халыҡ булараҡ үҫешеү, – тине төбәк етәксеһе.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»