• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Социаль селтәрҙәр аҙымдарыбыҙҙың дөрөҫмө, юҡмы икәнен асыҡларға ярҙам итә» 14.06.19 12:21

    Радий Хәбиров: «Социаль селтәрҙәр аҙымдарыбыҙҙың дөрөҫмө, юҡмы икәнен асыҡларға ярҙам итә»

    14 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Digital Ҡоролтайҙа" конференцияһы сиктәрендә үткән «Цифралы революция: бизнес, сәйәсәт, медиа» тип исемләнгән панель дискуссияла ҡатнашты.

    Төбәк етәксеһе интернет, социаль селтәрҙәргә ҡарата үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, социаль селтәррҙәргә утилитар ҡарашта булыуын, заманса файҙалы инструмент итеп ҡабул итеүен белдерҙе.

    – Дәүләт өсөн социаль селтәрҙәр партнёр, ул ҡараштарҙы аңларға ярҙам итә. Хәҙер беҙ был тәңгәлдә аҡты ҡаранан, ысынды буштан айырырға өйрәндек. Социаль селтәрҙәр беҙҙең аҙымдарҙың дөрөҫмө юҡмы икәнен айырырға ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров һәм миҫал өсөн ял көнө алдынан иҫкәртеүһеҙ төҙөкләндерелә башланған Өфө – Аэропорт юлын килтерҙе.

    Радий Хәбиров шулай уҡ дискуссияла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы бер фекерҙәре менән килешмәне. Мәҫәлән, хәҙер төп фекер-ҡараштар бары тик интернет селтәрендә формалаша тигәнде инҡар итте.

    – Был бары тик бер генә сегмент һәм власть был йәһәттән монополияны юғалта тип иҫәпләү берҡатлылыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Мәғлүмәт меңәрләгән халыҡ, йәмәғәт институттары, сәйәси партиялар тарафынан формалаша. Шуға ла мәғлүмәт һәм идеология йәһәтенән әлегә төп уйынса – ул дәүләт.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»