• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ағиҙел ҡалаһында «Эшҡыуарҙар сәғәте» үтте 28.05.19 20:03

    Ағиҙел ҡалаһында «Эшҡыуарҙар сәғәте» үтте

    28 майҙа Ағиҙел ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә кәңәшмә үтте. Сара эшҡыуарлыҡ сәғәте форматында ойошторолдо, унда Ағиҙел ҡалаһы эшҡыуарҙары һәм ҡаланы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә әҙер инвесторҙар ҡатнашты.

    Кәңәшмә һуңында артабанғы эшмәкәрлекте тулыһынса сағылдырған план ҡабул ителде. Тәүге аҙым эшләнде лә инде – махсус штаб булдырылды, ул айына ике тапҡыр йыйыласаҡ.

    Сираттағы ҡарар – 2019 йылда тимер юлының  Нефтекама  – Ағиҙел өлөшөн ремонтлау.

    Осрашыуҙа шулай уҡ «Башҡортостандың төҙөлөш материалдары» индустриаль паркы проекты мөмкинлектәре буйынса фекер алыштылар.Тағы ла ҡаланы Йылдам иҡтисади үҫеш биләмәһе (ТОСЭР) программаһына индереү мәсьәләләре барланды. Был аҙым тәҡдим ителгән ташламалар һәм өҫтөнлөктәр ярҙамында инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеген арттыра.

    Эшҡыуарҙар өсөн ҡаралған ташлама, субсидия, мөмкинлектәр тураһында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова бәйән итте.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»