• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Артур Әхмәтханов бөтә ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышланы» 16.05.19 14:43

    Радий Хәбиров: «Артур Әхмәтханов бөтә ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышланы»

    16 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров полиция генерал-лейтенанты, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов менән хушлашыу митингында сығыш яһаны. Хушлашыу Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда үтте.

    – Бөгөн беҙҙең республика үҙенең иң лайыҡлы улдырының береһе менән хушлаша. Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә был оло юғалтыу, – тине Радий Хәбиров. – Шәхси минең өсөн ҙур юғалтыу. Оҙаҡ йылдар дауамында беҙҙең тормош юлы йәнәш барҙы, бергәләп төрлө һынауҙар үттек. Артур Фәрүәз улы бар тормошон хеҙмәткә бағышланы. Уҙған йылдың ноябрендә беҙ бергәләп республика үҫеше өсөн пландар ҡорҙоҡ. Уларҙы бергәләп тормошҡа ашырыу яҙмаған. Ҡаты сир ҡамасауланы. Ауырыуына ҡарамаҫтан ул һуңғы көнөнә тиклем сафта ҡалды. Республика халҡы өсөн уның һуңғы бүләге, бөтә булмышын биреп әҙерләгән Еңеү Парады булды. Тыныс йоҡла, дуҫым. Һинең турала яҡты хәтер күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

    Артур Әхмәтханов Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнде.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»