• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров подъездарҙы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты 18.05.19 17:04

    Радий Хәбиров подъездарҙы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты

    18 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.
    Төбәк етәксеһе Өфөнөң Салауат урамы, 11/1 адресы буйынса алып барылған төҙөкләндереү эштәрен ҡараны. Подрядсы ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, был микрорайондағы ҡайһы бер йорттар былтыр капиталь төҙөкләндереү программаһына индерелә. Ә быйыл  республика программаһы сиктәрендә подъездарҙы ремонталу башлана, эштәр бер айҙан тамамланыр тип фаразлана.
    Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү, балалар майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү буйынса пландар менән уртаҡлашты. Был эштәр 2020 йылда тормошҡа ашырыласағы асыҡланды.
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы шулай уҡ йортта йәшәүселәр менән аралашты. Программаның төп талабы – һәр этапты фатир хужалары тарафынан раҫлау. Аралашыу барышында йортта йәшәүселәр элек төҙөкләндереү эштәренә ул тиклем ҙур иғтибар бүленмәүен һыҙыҡ аҫтына алды.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»