• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфө VI Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивален ҡабул итә 06.05.19 16:49

    Өфө VI Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивален ҡабул итә

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә VI Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивален үткәреү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы ойоштороу комитеты составы, шулай уҡ ҙур театр форумын әҙерләү һәм үткәреү планы раҫланған.
    23 – 30 майҙа республикабыҙҙың баш ҡалаһына Башҡортостан, Татарстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Ҡырым, Хакасия, Төркиә, Үзбәкстан, Алтай һәм Ғазауыз республикаларынан  театр коллективтары йыйыла. Аҙна дауамында Өфө сәхнәләрендә 13 спектакль күрһәтеләсәк.

    Беҙҙең республиканы фестивалдә ике театр тәҡдим итә. Конкурста М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, реж.А.Абушахманов) һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә сәхнәләштерелгән «Өс таған» (М.Кәрим, реж.А.Федоров) спектаклдәре ҡатнаша.

    Фестиваль сиктәрендә  «Мәҙәниәттәр һәм төрки театрҙар диалогы» тип исемләнгән Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтә. 28 майҙа Ҡырмыҫҡалы районында  «Театр йыйыны» (Һабантуй) ойоштороласаҡ. Унда фестивалдә ҡатнашыусылар командаларға бүленеп милли уйындарҙа ярышасаҡ. Театраль йыйын сәғәт 11:00 башлана.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»