• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Яңауыл һәм Мәләүез райондары етәкселәре менән осрашты 30.04.19 12:04

    Радий Хәбиров Яңауыл һәм Мәләүез райондары етәкселәре менән осрашты

    30 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Яңауыл һәм Мәләүез райондары етәкселәре менән осрашты.
    Фекер алышыу муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре, был биләмәләргә ҡараған актуаль һорауҙар, инвестиция проекттары, соцаиль объекттар төҙөү буйынса пландарға ҡағылды.
    Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов  «Яңауыл» теплица комбинатын артабан үҫтереү мәсьәләһен күтәрҙе. Предприятие табышлы кимәлгә сыҡһын өсөн уның майҙандарын арттырыу талап ителә. Шуға ла бөгөн яңы теплица төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Шулай уҡ юлдарҙы төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыу һорауҙары күтәрелде.
    Медицина кадрҙарын йәлеп итеү, дауахананы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу мәсьәләләре Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тарафынан да күтәрелде. Район етәксеһе шулай уҡ эре инвестиция проекттары менән таныштырҙы. Улар иҫәбендә Мәләүез һөт-консерва комбинатында  балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт етештереү линияһы, яңы һөт-тауар етештереү фермаһы бар. Бынан тыш Рөстәм Шәрипов «Мәләүез минераль ашламалары» акционерҙар йәмғиәтен үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен яңғыратты.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»