• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Ағиҙел» хоккей командаһы етәкселеге, тренерҙар штабы һәм уйынсылары менән осрашыу 29.04.19 18:30

    «Ағиҙел» хоккей командаһы етәкселеге, тренерҙар штабы һәм уйынсылары менән осрашыу

    29 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккей командаһы етәкселеге, тренерҙар штабы һәм уйынсылары менән осрашты. Улар икенсе йыл рәттән Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы Кубогына лайыҡ булған Рәсәй чемпиондары.

    –Һеҙҙең команданы оло еңеү менән ҡотлап рәхмәт белдерәм. Башҡортостандың профессиональ спорт ҡаҙаныштарына ҙур өлөш индерҙегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы беҙҙең республикала әһәмиәтле урын биләй, ҙур еңеүҙәр тарихы бар. Беҙ һеҙҙең клубҡа һәм, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар хоккейына артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.

    Өлкән тренер Денис Афиногенов һәм ҡапҡасы Анна Пругова клубҡа ярҙам күрһәтелгәне өсөн республикаға рәхмәт белдерҙеләр һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлаштылар.
    Радий Хәбиров «Ағиҙел» командаһы уйынсыларына яңы еңеүҙәр теләне һәм клуб етәкселегенә ҡыҙҙарға белем алырға ярҙам итергә кәрәклеген билдәләне, спорт карьераһын тамамлағандарҙы ла онотмаҫҡа саҡырҙы.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»