• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда беренсе тапҡыр социаль-иҡтисади үҫеш буйынса муниципаль берәмектәр рейтингы төҙөлдө 29.04.19 10:50

    Башҡортостанда беренсе тапҡыр социаль-иҡтисади үҫеш буйынса муниципаль берәмектәр рейтингы төҙөлдө

    Башҡортостанда 2019 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса беренсе тапҡыр ҡала һәм район хакимиәттәре рейтингы төҙөлдө. Яңы ысул буйынса баһалау һөҙөмтәләре менән вице-премьер вазифаһын башҡарыусы – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажитдинов оператив кәңәшмә барышында таныштырҙы.

    Мониторинг Хөкүмәт Аппараты тарафынан райондар өсөн – 64, ә ҡала берәмектәре өсөн 57 күрһәткес буйынса үткәрелде. Иғтибарға алынған өҫтөнлөклө йүнәлештәр: «Сифатлы тормош», «Һәләтле балалар», «Һөҙөмтәле муниципалитет», «Үҫеш биләмәһе».

    Иҫәпләүҙәр барышында 2018 йылдың беренсе кварталы күрһәткестәренә ҡарата үҙгәрештәр иҫәпкә алына. Муниципаль берәмектәр өс зонаға бүленә – йәшел (лидерҙар), һары (уртаса күрһәткесле биләмәләр), ҡыҙыл (артта ҡалыусылар).

    Йомғаҡлау рейтингы бөтә йүнәлештәр буйынса ҡуйылған баһаларға ҡарап билдәләнә. Һөҙөмтәлә йәшел зонаға Әлшәй, Ауырғазы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Иглин, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондары, Күмертау һәм Октябрский ҡалалары инә.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был хакимиәт етәкселәренә яҡшы эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Рейтинг, тәү сиратта, көслө һәм «ауыртҡан» яҡтарҙы асыҡлау өсөн үткәрелә. Төп маҡсат –идара итеүҙе дөрөҫ итеп ойошторорға ярҙам итеү.

    Ҡыҙыл зонаға ингән райондарға Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә эшмәкәрлекте көйләү буйынса саралар күрергә ҡушылды.

    Бынан тыш, оператив кәңәшмәлә район-ҡала хакимиәттәренең социаль селтәрҙәр аша граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү һөҙөмтәләренә байҡау яһалды. Был хаҡта «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов һөйләне. Ул күпселек муниципаль берәмектәр халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙемлек күрһәтеүен билдәләне. Тап шул арҡала «Инцидент менеджмент» системаһында эшләүсе Рәсәй төбәктәре араһынан Башҡортостан алдынғылар рәтенә инде. Мәскәү өлкәһенән ҡала, беҙҙең республика икенсе урынға сыҡты. Беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса ни бары дүрт кенә район ҡыҙыл зонаға ингән, бөгөн иһә уларҙа ла ыңғай динамика күҙәтелә.

    Төбәк етәксеһе муниципаль берәмек башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп тағы ла бер тапҡыр халыҡ менән эшләүҙең мөһим икәнлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

    –Социаль селтәрҙәр йәмғиәттең кәйефен белеп тороу өсөн мөһим индикатор. Бындай бәйләнеш беҙгә актуаль һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итергә ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»