• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
     Башҡортостанда 30 апрелдән янғынға ҡаршы режим индерелә 29.04.19 11:02

    Башҡортостанда 30 апрелдән янғынға ҡаршы режим индерелә

    Башҡортостанда 30 апрелдән 13 майға тиклем янғынға ҡаршы режим индерелә. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иғлан ителде. Тейешле бойороҡҡа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

    Республика башҡарма власть органдары һәм муниципаль берәмектәргә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йөкләмәһе ҡуйылды. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 2019 йылдың беренсе кварталында, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, янғындар һаны 73 процентҡа артҡан. Утта һәләк булыусылар һаны шулай уҡ 18 процентҡа күбәйгән.

    –Башлыса кешеләр ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, электр приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен һаҡламау сәбәпле һәләк була, – тине Фәрит Ғүмәров. – Һәләк булыусыларҙың социаль портретына килгәндә, оло йәштәге, ауылда йәшәүсе, эскән килеш ут менән һаҡһыҙ ҡыланыусы кеше күҙ алдына килеп баҫа.

    Кәңәшмәлә янғындарҙы иҫкәртеү буйынса республика хеҙмәтен ойоштороу тәҡдиме яңғыраны.

    –Янғындар статистикаһын анализлап бер фекер еткерергә мөмкин – 2019 йылдың беренсе кварталында беҙ отолдоҡ, – тине Радий Хәбиров. – Тейешле һығымталар эшләргә кәрәк. Оператив мәғлүмәт тыңлап ҡына мәсьәләне хәл итеп булмай. Байрамдарҙан һуң янғындарҙы иҫкәртеү буйынса комплекслы кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»