• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары менән осрашты 25.04.19 14:36

    Радий Хәбиров Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары менән осрашты

    25 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары Николай Антошкин, Владимир Алимов, Рафиҡ Ихсанов, Риф Сәхәбетдинов, Сергей Тулин һәм Изге Георгий Ордены кавалеры Сергей Макаров менән осрашты.

    «Геройҙарға тиңләшергә» республика патриотик проекты ҡатнашыусылары мәғариф учреждениеларында, йәштәр сараларында осрашыуҙар үткәрҙе, Гагарин олимпиадаһы еңеүселәрен тәбрикләне.

    –Башҡортостанға килгәнегеҙ, күп һанлы сараларҙа ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – Хәрби йәһәттән беҙҙең республика һәр саҡ маҡтаулылар рәтендә. Армияға саҡырылыусы йәш егеттәребеҙгә Хәрби комиссариатта сират торалар.

    Данлы офицерҙар төбәк етәксеһенә Өфө уҡыусылары һәм армияға алыныусы йәш егеттәр менән үткәргән осрашыуҙар тураһында һөйләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар йәштәр геройҙар менән аралашырға, улар тураһында белергә, аныҡ миҫалдар өлгөһөндә илһөйәрлеккә, Ватан алдындағы бурыс һәм тоғролоҡҡа өйрәнергә тейеш тигән фекерҙә.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»