• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккей командаһын  Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотланы 25.04.19 12:45

    Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккей командаһын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотланы

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров икенсе йыл рәттән Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында еңеүгә лайыҡ булған «Ағиҙел» хоккей командаһы уйынсылары һәм тренерҙар штабы исеменә ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.

    Ҡәҙерле дуҫтар!

    Һеҙҙе ысын күңелдән Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының финал матчында уңышлы сығыш яһап еңеүсе Кубогына лайыҡ булыуығыҙ менән ҡотлайым!

    Һеҙ икенсе йыл рәттән хоккей спорты көйәрмәндәренә чемпиондарса уйын бүләк итәһегеҙ. Етди командалар менән алышта юғары оҫталыҡ, ысын характер һәм ихтыяр көсөн күрһәттегеҙ.

    Команда тренерҙары Денис Афиногенов һәм Сергей Трудаковҡа, клуб етәкселеге һәм техник хеҙмәткәрҙәргә һәм, әлбиттә, «Салауат Юлаев» хоккей клубының тотош коллективына оло рәхмәтемде белдерәм. Киләһе миҙгелдә лә алдынғы позицияларҙы һаҡлай һәм Башҡортостан данын арттыра алырығыҙға ышанам.
    Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм яңы еңеүҙәр!

                                                        Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»