• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Сәскә атасаҡ Башҡортостаныбыҙ Рауил Бикбаевҡа төп һәйкәл булыр» 25.04.19 11:56

    Радий Хәбиров: «Сәскә атасаҡ Башҡортостаныбыҙ Рауил Бикбаевҡа төп һәйкәл булыр»

    25 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны авторҙашы Рауил Бикбаев менән хушлашыу сараһында сығыш яһаны. Әҙип менән хушлашыу митингы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда үтте.
    –Бөгөн Башҡортостан бөйөк, ысын мәғәнәһендә халыҡ шағирын, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Төхвәт улы Бикбаевты һуңғы юлға оҙата. Беҙ уның ғаиләһе, яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, бергә ҡайғырабыҙ. – тине төбәк етәксеһе. – Рауил Бикбаев – башҡорт халҡының ысын улы. Уның ижады тулыһынса Башҡортостанға бағышлана. Шуға ла яратҡан шағирыбыҙға, әҫәрҙәрендә данлаған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуы  төп һәйкәл булыр. Беҙ уның мираҫын һаҡларбыҙ, яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәҫбеҙ.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»