• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан Республикаһында Татарстан көндәре башланды 17.04.19 19:52

    Башҡортостан Республикаһында Татарстан көндәре башланды

    17 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы көндәре асылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миннеханов тәбрикләне һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.  

    –Бөгөнгө кисә ике халыҡтың ныҡлы дуҫлығына арнала. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йөҙәр йылдар дауамында уртаҡ хәрби һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары менән халыҡтар берҙәмлеге Ватаныбыҙҙың именлек һәм үҫеш нигеҙе икәнен дәлилләне, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙҙең республикала 1 млн татар  халҡы йәшәй һәм улар уртаҡ йортобоҙ булған Башҡортостаныбыҙҙа үҙҙәрен яҡшы тоя.

    –Һуңғы тапҡыр Башҡортостанда Татарстан көндәре бынан 31 йыл элек үткән. Беҙгә йышыраҡ осрашырға һәм аралашырға кәрәк, – тине Рөстәм Миннеханов. – Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр Башҡортостандың 100 йыллығы менән тәбрикләйем. Киләһе йылда беҙ ҙә бер быуатлыҡ юбилейыбыҙҙы билдәләйәсәкбеҙ. Һеҙҙе ысын күңелдән байрам сараларына саҡырабыҙ. Әһәмиәтле байрамдарҙы бергә үткәрергә кәрәк. Беҙҙең телебеҙ, йолаларыбыҙ, динебеҙ уртаҡ. Әгәр ҙә бергә һәм берҙәм булһаҡ – киләсәгебеҙ  яҡшы буласаҡ.

    Татарстан Президенты Өфөлә Ғабулла Туҡайға һәйкәл асыу һәм Башҡортостанда Татарстан көндәрен ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткәне өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.

    –Һеҙҙең ярҙамдан башҡа быларҙың барыһын да беҙ үҙебеҙ генә атҡара алмаҫ инек, – тине Рөстәм Миннеханов.
    –Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ! – тине Радий Хәбиров.

    Сара сиктәрендә ике республиканың сәнғәт оҫталары концерты үтте. Татарстан Президенты шулай уҡ Башҡортостандағы татар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты. Концерт залы фойеһында  башҡорт һәм татар милли костюмдарына арналған күргәҙмә эшләне.  


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»