• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында сығыш яһаны 12.04.19 12:18

    Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында сығыш яһаны

    12 апрелдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының пленар ултырышында сығыш яһаны һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

    Съезд башҡорт теле һәм мәҙәниәтен үҫтереү, милли мәғарифкә бәйле һорауҙарға яуап эҙләү, фәнни-методик һәм инновацион алымдар тураһында фекер алышыу маҡсатында ойошторолдо. Съезд эшендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ҡала һәм район мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, Рәсәйҙең 12 төбәгенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

    Ултырыш алдынан төбәк етәксеһе инновацион технологиялар ярҙамында башҡорт телен өйрәтеүсе программалар менән таныштырған интерактив күргәҙмәне ҡараны. Улар араһында «Тере һүҙҙәр», «Электрон уйын мәктәбе» мәғариф платформаһы, виртуаль 3D-тирмә һәм башҡа заманса программалар бар ине. Проект авторҙары әйтеүенсә, был инструменттар башҡорт телен уҡытыу методикаһына яңыса ҡараш формалаштыра, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы ойошторорға ярҙам итә.

    Радий Хәбировтың сығышы:

    Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә, хөрмәтле уҡытыусылар! Бөгөн минең башҡорт теле өсөн икеле ҡуймағыҙ. Минең бер-нисә фекерем бар. Һеҙҙең менән уртаҡлашырға уйлайым.
    Иң башта шуны әйтәйем. Һеҙ беләһегеҙҙер, миңә биш йәш тулғанға тиклем, Ишембай районының Һайран ауылында торҙоҡ. Биш йәштә атайым, әсәйем ҡалаға күсте, шунда мин дә инде күстем. Артабан мәктәпкә төштөм һәм мәктәптә тик русса ғына һөйләштек. Шуға яйлап-яйлап башҡорт телемде юғалта башланым.
    Хәҙер, һеҙ беләһегеҙ, миңә илле биш йәш. Мәскәүҙә 10 йыл йәшәнем, унда ла тик русса ғына һөйләштек.
    Мин нимә әйтергә уйлайым. Минең һымаҡтар, минең кеүектәр, меңдәр. Беҙ туған илгә ҡайттыҡ, туған телгә ҡайттыҡ, әммә беҙҙең башҡортсабыҙ ул тиклем саф түгел.
    Бөгөн һеҙҙең менән бергә бер-нисә һорауға яуап табырға кәрәк.
    Беренсе һорау – беҙгә нисек ололарҙы, балаларҙы башҡорт теленә өйрәтергә? Эффектив өйрәтергә?
    Икенсе һорау –беҙҙең башҡорт телен өйрәтеүҙе нисек яңы ябай методикалы, һөҙөмтәле итергә?
    Өсөнсө һорау – нисек башҡорт телен өйрәтеүҙе, башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы, заманса итергә?
    Тағы ла бер фекер бар, кеше башҡортса бер генә һүҙ белһә, беҙ уны үҙ итәйек, уны ситләштермәйек.
    Шуны ла әйтергә уйлайым. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк!
                                                                                ***
    Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, Башҡортостан – туған телдәрҙе үҫтереү һәм уҡытыу буйынса илдә иң алдынғылар рәтендә. Республика мәктәптәрендә 14 туған тел уҡытыла. Уларҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителгән. Башҡорт телен үҫтереү буйынса фонд ойошторолдо. Иң яҡшы проекттар өсөн Башҡортостан Башлығы Гранты булдырылған.
    Шул уҡ ваҡытта, йылдан-йыл туған телдәрҙе өйрәнеүсе балалар һаны кәмей. Был тенденцияны туҡтатыу өсөн республика етәксеһе тәҡдим иткән бик күп сараларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк.

    Мөһим йүнәлештәрҙең береһе – башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен тәрәндән өйрәтеүсе лингвистик гимназиялар асыу. 2024 йылға тиклем Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Ишембай, Туймазы, Дүртөйлө, Дыуан, Белорет һәм Әбйәлил райондарында ошондай 12 мәктәп асыу күҙаллана.

    Туған телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, электрон әсбаптар һәм интерактив, интернет-технологиялар ҡулланып уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле итеү мөһим. «Ҡанатлан» проекты сиктәрендә «Интерактив башҡорт теле» модуле барлыҡҡа киләсәк.

    Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең Мәғариф һәм Фән министрлыҡтары менән бәйләнешкә сығыу шарт. Маҡсат – Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданы Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә индереү һәм юғары уҡыу йортона документтар ҡабул иткәндә еңеүселәр өсөн өҫтәмә балл ҡарау мөмкинлеген тәҡдим итеү.
    Бынан тыш, башҡорт теле буйынса Бөтә Рәсәй, төбәк-ара олимпиада һәм конкурстар еңеүселәренә Башҡортостан Башлығы премияһы ҡаралған.

    Каникул ваҡытында башҡорт телен өҫтәмә өйрәнергә теләүселәр өсөн профилле лагерҙар ойоштороу күҙаллана. Уларҙа күрше төбәктә йәшәүсе башҡорт балалары ла ҡатнаша ала. Шулай уҡ мәғариф учреждениеларында балалар һәм ата-әсәләр өсөн «Этношәмбеләр» ойоштороу планлаштырыла.

    Айбулат Хажин әйтеүенсә, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәренә Башҡортостан Башлығы премияһы – 100, ә финалистарға 50 мең һумға тиклем күтәрелгән. Бынан тыш, иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһын 100 мең һумға тиклем арттырыла.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»