• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Силәбе университетында башҡорт филологияһы факультеты яңынан эш башлай 07.04.19 17:12

    Силәбе университетында башҡорт филологияһы факультеты яңынан эш башлай

    Көньяҡ Уралдағы иң эре юғары уҡыу йорттарының береһендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тантаналы сара үтте.

    Сараның беренсе өлөшөндә Силәбе өлкәһендәге башҡорт ойошмалары ассоциацияһы ойоштороу тураһында һүҙ барҙы. Ул Көньяҡ Уралдағы бөтә башҡорт ойошмаларын берләштерәсәк. Конференцияла ҡатнашыусылар тарафынан Ассоциация рәйесе итеп Рауил Әсәҙуллин һайланды. Уны күптәр актив йәмәғәт эшмәкәре итеп белә.

    Көньяҡ Уралда йәшәүсе башҡорт халҡын тәбрикләргә Өфө һәм Мәскәү ҡунаҡтары килде. Улар араһында Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы Урал Килсенбаев бар ине. Башҡортостан ҡунаҡтары төбәк етәксеһе исеменән сәләм хатын уҡып ишеттерҙе. Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ағзалары ла башҡорттар съезын иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Сарала Силәбе өлкәһе Губернаторы урынбаҫары Евгений Голицын һәм өлкә Хөкүмәтенең Ижтимағи бәйләнештәр идаралығы начальнигы Дмитрий Семёнов ҡатнашты.

    Конференцияла йәшерен тауыш биреү юлы менән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды. Силәбе өлкәһендә башҡорттар һаны күп булыуын иҫәпкә алып, төп 54 делегаттан тыш тағы ла өҫтәмә ун урын бүленде. Улар июнь айында Өфөлә үтәсәк ҙур йыйында ҡатнашасаҡ.

    Артабан конференцияла ҡунаҡтары Силәбе дәүләт университетының театр корпусына күсте. Юғары уҡыу йорто ректоры Диана Циринг Башҡортостандың даими вәкиле Амур Хәбибуллиндың тәҡдимен хуплап, университетта башҡорт факультеты тергеҙеләсәк тип белдерҙе.

    Сара байрам концерты менән тамамланды. Силәбеләр алдында Сибай филармонияһы артистары һәм өлкәнең башҡорт эстрада йондоҙҙары сығыш яһаны.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»