• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ҡырғыҙ Республикаһының иҡтисад министры Олег Панкратов менән эшлекле осрашыу 28.03.19 9:11

    Ҡырғыҙ Республикаһының иҡтисад министры Олег Панкратов менән эшлекле осрашыу

    28 мартта Бишкәктә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырғыҙ Республикаһының иҡтисад министры Олег Панкратов менән осрашты. Улар ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында фекер алышты.

    Төбәк етәксеһе Рәсәй делегацияһы составында VIII Рәсәй-Ҡырыҙ төбәк-ара конференцияһында ҡатнаша. Олег Панкратов Башҡортостан етәксеһенең Ҡырғыҙстанға килеүе ике туғандаш республика араһындағы бәйләнештәрҙең нығыныуына йоғонто яһарына ышаныс белдерәм тине.

    Радий Хәбиров әйтеүенсә, ике республика араһындағы тауар әйләнеше төрлөсә баһалана. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса – 51 млн һум. Төп өлөш экспортҡа тура килә. Экспорт нигеҙен иһә нефть химияһы һәм химия продукцияһы тәшкил итһә, импорт өлөшөнә электролампалар тура килә.

    Республика етәксеһе Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан халҡын мәҙәни-гуманитар мөнәсәбәттәр ҙә бәйләүен һыҙыҡ аҫтына алды. 2017 йылдан Өфө менән Бишкәк – туғандаш ҡалалар, бында ла уртаҡ потенциал юғары.

    –Ике республика араһындағы дуҫлыҡ тарихының яңы битен асырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ Хөкүмәт-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуябыҙ. Ул беҙҙең эшлекле мөнәсәбәттәргә яңы һулыш өҫтәйәсәгенә ышанам.

    Башҡортостан етәксеһе Ҡырғыҙ республикаһы эшҡыуарҙарын июнь айында үтәсәк «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына саҡырҙы.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»