• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышында сығыш яһаны 27.03.19 14:21

    Радий Хәбиров Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышында сығыш яһаны

    27 мартта «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышында ҡатнашты.
    Ултырыш алдынан төбәк етәксеһе һәм Совет рәйесе Михаил Федотов эшлекле осрашыу үткәрҙе. Әңгәмә барышында яҡтар Башҡортостанда кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бәйле актуаль һорауҙар буйынса фекер алышты.
                                                                         ***
    Ултырышты асып Радий Хәбиров, граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән Советтың ролен, әһәмиәтен һәм потенциалын билдәләп үтте.

    – Йыш ҡына был совет – хоҡуҡтары боҙолған айырым кешеләр өсөн һуңғы ышаныс булып тора. Ул һәр ваҡыт кеше хоҡуҡтарын беренсе урынға ҡуйған иң принципиаль кәңәшмә булып тора, – тине төбәк етәксеһе.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы халыҡҡа яҡын булыу өсөн ҡулланылған сараларҙы билдәләп үтте. Тәү сиратта, власка ҡарата кешеләрҙең ышанысын арттырыу өсөн мөмкин тиклем асыҡлыҡты тәьмин итеү, төбәктә «Инцидент» программаһын индереү һәм социаль селтәрҙәрҙә актив эшләү.

    - Халыҡты борсоған һорауҙарҙың иң күбеһе – төҙөкләндереү һәм уңайлы шарттар тыуҙырыуға бәйле. Икенсе төп һорау – юлдар. Өсөнсөһө – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле: тарифтар, тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙең сифаты. Артабан – экология, һаулыҡ һаҡлау, сауҙаға бәйле һорауҙар, – тине Радий Хәбиров. – Тап ошо йүнәлештәргә беҙ ҙур иғтибар бүләбеҙ һәм ваҡытында мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ.

    Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда граждандар йәмғиәте институты яҡшы үҫешкән, социаль әүҙемлек өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Уҙған аҙнала тап граждандар йәмғиәтен үҫтереү, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам маҡсатында Башҡортостан Башлығы гранты булдырылыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

    Михаил Федотов төбәк етәксеһенә Совет ағзаларына эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуына рәхмәт белдерҙе.

    –Республика тураһында бары матур тәьҫораттар. Бөтә нәмә яҡшы кимәлдә ойошторолған, – тине Совет рәйесе. – Һеҙҙең республика башҡа төбәктәр өсөн өлгө.

    Ултырышта Рәсәй Президенты эргәһендәге граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаларының республикаға эш сәфәренә йомғаҡ яһалды. Актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр яңғыраны.

    Айырым әйткәндә, Сибай ҡалаһындағы экологик хәлгә туҡталып үттеләр. Башҡортостанға эш сәфәре барышында Совет ағзалары урындағы активистар менән карьерға төшә һәм руда төтәгән урындарҙың һыу менән ҡапланыуына инана. Шул уҡ ваҡытта, әгәр ҙә һүнмәй ҡалған сығанаҡтар барлығы иҫбатланһа, карьерҙағы һыу кимәлен тағы ла юғарыраҡ күтәрергә тура киләсәк.

    Радий Хәбиров әйтеүенсә, Сибайҙа хәҙер инде өс ай Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы белгестәре эшләй. Улар тәүлектең төрлө ваҡытында махсус приборҙар ярҙамында атмосфера торошон белер өсөн махсус үлсәүҙәр үткәрә. Шул уҡ ваҡытта атмосфера бысраныуын даими күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн автоматик станциялар һатып алыу күҙаллана. Улар Сибай һәм Салауат ҡалаларында урынлаштырыласаҡ.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»