• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар 47 баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән 25.03.19 10:58

    Башҡортостанда янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар 47 баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән

    25 мартта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда балалы ғаиләләрҙең йорт һәм фатирҙарына янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар урынлаштырыу буйынса эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды.

    –Һуңғы өс йылда республикала 35 бала янғындарҙа һәләк булды. 2019 йылда утта тағы ла биш баланың ғүмере өҙөлдө, – тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. – Һәләк булған балаларҙың 80 проценты өйҙәрендә ҡарауһыҙ ҡалдырылған була.

    Янғындарҙа үлем осраҡтарын кәметеү һәм профилактикалау маҡсатында, республикала социаль яҡтан хәүефле, аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙең йорттарына янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар урынлаштырыла. 2018 йылдың 1 ғинуарынан извещателдәрҙе сабый тыуған һәр бер ғаилә бушлай ала ала. Ваҡытында махсус иҫкәрткес эшләү арҡаһында республикала 47 баланың ғүмере һаҡлап ҡалынған.
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йорттарға ошондай ҡорамалдар урынлаштырыуҙың мөһимлеге тураһында күберәк мәғлүмәт еткерергә кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.

    –Извещателдәр урынлаштырыу менән генә сикләнергә кәрәкмәй, уларҙың төҙөк булыуын контролдә тотоу мөһим, – тине төбәк етәксеһе һәм бары тик батарейкаһы боҙоҡ булыу сәбәпле иҫкәрткестең ваҡытында эшләмәүе сәбәпле кеше ғүмерҙәре ҡыйылған күңелһеҙ осраҡты иҫкә төшөрҙө.

    Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға район-ҡалаларҙа тап ошо йүнәлеш буйынса алып барылған эшмәкәрлек, уның һөҙөмтәләре тураһында апрель аҙағына тиклем аналитик доклад әҙерләргә, ә хакимиәт башлыҡтарына профилактик сараларҙы көсәйтергә ҡушты.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»