• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Инвестиция сәғәте» сиктәрендә ҡаралған проекттарҙың дөйөм хаҡы 165 млрд һум 25.03.19 12:35

    «Инвестиция сәғәте» сиктәрендә ҡаралған проекттарҙың дөйөм хаҡы 165 млрд һум

    25 мартта Радий Хәбиров рәйеслегендә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә «Инвестиция сәғәте» форматындағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды.

    Республика Хөкүмәте Аппаратының иҡтисади үҫеш департаменты директоры Александр Шельдяев белдереүенсә, 2018 йылдың 15 ноябренән алып инвесторҙар менән 15 осрашыу ойошторолған, дөйөм инвестиция күләме 165 млрд һумға баһаланған 50 проект ҡаралған. Улар тормошҡа ашырылһа, 8,5 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ. 2019 йылда инвестиция портфеле 21,7 млрд һум тип баһаланһа, 2020 йылда ул – 23,7 млрд һум тәшкил итәсәк.

    Бынан тыш, кәңәшмә сиктәрендә даими рәүештә төбәктәге иҡтисади сәйәсәтте камиллаштырыу мәсьәләләре ҡарала. Атап әйткәндә, тышҡы иҡтисади сәйәсәт һәм конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеккә тулы анализ яһалғандан һуң, Австрия һәм Төркиәлә республиканың вәкиллеген асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

    Күләмле проекттар иҫәбендә – Өфө районында агрологистик үҙәк асыу, «Хевел» компаниялар төркөмө менән энергетика йүнәлешендә проекттар тормошҡа ашырыу, Кушнаренко районында малсылыҡ комплексы төҙөү бар.

    Әлеге мәлдә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә Инвестиция комитеты төҙөү тураһындағы хоҡуҡи-норматив акт проекты ҡарала. Ул ҡабул ителһә, инвесторҙар менән эшләү схемаһы һәм өҫтөнлөклө инвестиция проекттары реестры булдырыу яйға һалыныр тип көтөлә.

    –Республика халҡының йәшәү кимәлен күтәреүҙең берҙән-бер юлы – инвесторҙар менән эшмәкәрлекте яйға һалыу һәм йәнләндереү, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ инвестициялар йәлеп итеүҙең асыҡ схемаһын булдырырға тейеш.

    Был аҙнанан һәр кесаҙна республиканың бөтә район-ҡала хакимиәттәрендә «Инвестиция сәғәте» үтергә тейеш. Төбәк етәксеһе район-ҡала башлыҡтарына һәр проектты шәхсән үҙҙәренә ҡарарға һәм өйрәнергә ҡушты.

    – Кеше үҙенең бөтә һорауҙарына яуап алырға тейеш. Һеҙҙең төп бурыс – шуны тәьмин итеү. «Инвестиция сәғәтен» һеҙҙән башҡа берәү ҙә үткәрергә тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. – 16 майҙан бындай кәңәшмәләр асыҡ режимда үтергә тейеш. Шул саҡта урындағы етәксе һәм эшҡыуарҙар араһында үҙ-ара ышаныс бырлыҡҡа киләсәк.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инвесторҙар менән һөҙөмтәле эшләү өсөн Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына муниципаль комитеттар менән кәңәшмә үткәререгә ҡушты.

    –Ер һәм мөлкәт – бөтәһе лә эшләргә тейеш. Был тәңгәлдә бизнес мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай, – тине Радий Хәбиров.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»