• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    2019 йылда Башҡортостан ауыл-ҡалаларында 23 мең яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ 18.03.19 12:08

    2019 йылда Башҡортостан ауыл-ҡалаларында 23 мең яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ

    2019 йыл башынан Башҡортостандың ауыл-ҡалаларындағы яҡтыртыу ҡорамалдарын модернизациялау программаһы сиктәрендә 1,6 мең яҡтыртҡыс ҡуйылған. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев белдерҙе.
    -Күпселек муниципалитеттарҙа мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәләрендә яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыу эше 100 процентҡа тамамланды. Шулай ҙа 15 ҡалала, шул иҫәптән Өфөлә был мәсьәлә тулыһынса хәл ителеп бөтмәгән, – тине Михаил Киреев.
    Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, «Яҡты ҡала» программаһы сиктәрендә 6,8 мең яңы яҡтыртҡыс урынлаштырыу күҙаллана, шул иҫәптән Нуғай, Жилин һәм Зинин ҡасабаларында.
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров баш ҡала мәктәптәренең яртыһынан күбеһенә илткән юлда яҡтыртыу ҡорамалдары һаман булмауын һыҙыҡ аҫтына алды. Өлфәт Мостафин был эштәр 1 сентябргә тиклем тамамланасаҡ, тине.  
    Махсус программа сиктәрендә дөйөм алғанда Башҡортостанда 140 мең яҡтыртҡыс урынлаштырыу планлаштырыла. Шуларҙың 23 меңе 2019 йылда монтажланасаҡ.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»