• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Апрелдә Башҡортостанда экологик өмәләр үтәсәк 18.03.19 11:47

    Апрелдә Башҡортостанда экологик өмәләр үтәсәк

    6 апрелдән 11 майға тиклем Башҡортостанда төҙөкләндереү айлығы үтә. Был хаҡта Башҡортостандың премьер министры вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев төбәк етәксеһе үткәргән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

    Айлыҡ сиктәрендә, 6-сы һәм 20-се апрелдә, республика әһәмиәтендә ике экология өмәһе планлаштырылған.

    –6 апрелдә сүп-сар йыйыу һәм биләмәләрҙе санитар таҙартыу ойошторолһа, 20 апрелдә – төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса комплекслы саралар үткәреләсәк, – тине Михаил Киреев.

    Муниципаль кимәлдә өмәлә хеҙмәт коллективтары, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашыуын тәьмин итергә, эш кәрәк-яраҡтарын әҙерләргә һәм дөйөм туҡланыуҙы ойоштороу хәстәрлеген күрергә кәрәк. Ҡалаларҙа 20 апрелдә коммуналь техника парадын ойоштороу планлаштырыла.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төп эштәрҙе май байрамдарына тиклем тамамларға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.

    –Беҙ республиканы ҡыш буйы йыйылған бысраҡтан таҙартырға тейешбеҙ. Төп эштәрҙе 1 майға тиклем тамамлауҙы һорайым, әгәр ҙә насар һауа шарттары ҡамасаулаһа – 7 майға тиклем, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ике мәсьәләне хәл итәбеҙ. Беренсеһе, беҙҙең ҡалалар һәм ауылдар таҙа булырға тейеш.Шуға ла комплекслы эштәр башҡарыла. Икенсенән, субботник тип аталған матур йоланы тергеҙәбеҙ. Өмәгә сыҡҡан кешеләргә эшләү шарттар уңайлы булырға тейеш. Шуға ла был сараларҙы ентекле һәм байрамса ойоштороу шарт.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»