• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров «Ҡырым яҙының» биш йыллығын билдәләү сараһында ҡатнашты 15.03.19 18:50

    Радий Хәбиров «Ҡырым яҙының» биш йыллығын билдәләү сараһында ҡатнашты

    15 мартта Симферополдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуына биш йыл тулыу уңайынан ойошторолған байрам сараларында ҡатнашты.

    Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы делегацияһы һәм Ҡырым халҡы – ветерандар, ополченецтар,йәштәр, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән бергә төбәк етәксеһе ҡала урамдары буйлап тантаналы сафтарҙа үтте, артабан байрам митингында ҡатнашты.

    Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин Ҡырым күп милләтле тотош Рәсәй халҡын берләштерҙе, бынан биш йыл элек ярым утрау тирәләй бөтә ил берләште һәм был ваҡиғалар мәңгелеккә тарихҡа инде, тине.

    Стенограмма:

    Хәбәрсе: Бынан биш йыл элек Ҡырымдың Рәсәй составына ҡушылыуы тураһындағы яңылыҡты нисек ҡабул иттегеҙ?
    Р. ХӘБИРОВ: Үҙебеҙҙең ил, Ҡырым халҡы өсөн ғорурлыҡ хисе кисерҙем. Ҡырым халҡы был көндәрҙә үҙҙәрен ҡыйыу һәм ышаныслы тотто, уларҙың күпселеге Рәсәй менән бергә булыу өсөн тауыш бирҙе. Был ваҡиға шундай көсөлө илдә йәшәүем өсөн үҙ-үҙемә ихтирам тойғоһо уятты, илебеҙ Президенты өсөн ғорурлыҡ хисе кисерҙем. Был иҫ китмәле ҙур ваҡиға, уның тарихи әһәмиәтен әле аҙағынаса аңлап та етмәйбеҙ.
    Ҡырым Рәсәй Федерацияһы составына инеү менән, беҙ, Башҡортостан Республикаһы тәүге көндән үк шефлыҡ ярҙамы күрһәтә башланыҡ. Ике төбәктә туғандаш ҡалалар, райондар барлыҡҡа килде. Бәйләнештәр нығына ғына. Ҡырым менән Башҡортостан бер-береһенән алыҫ урынлашыуға ҡарамаҫтан – улар туғандаш республикалар.
    Мин Ҡырым Республикаһы Башлығына ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла мәғлүм, ул Сибайҙан 500 баланы үҙҙәренә шифахана-курорт дауаланыуына алды. Әйткәндәй, был көндәрҙә Ҡырымда беҙҙең 250 бала ял итә.
    Шулай булғас, туғандарса мөнәсәбәттәр, ирҙәрсә дуҫлыҡ тураһында һүҙ бара. Тап шуның өсөн дә бөгөн уларҙың байрам шатлығын уртаҡлашырға килдек.
    Хәбәрсе: Ҡырым менән ниндәй уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыла?
    Р. ХӘБИРОВ: Тәү сиратта Евпаторийҙағы шифахана тураһында әйтеп үтәм. Бөгөн беҙ Сергей Валерьевич Аксёнов менән ошо йәһәттән фекер алыштыҡ. Ул беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға, шул иҫәптән шифахана биләмәһен киңәйтеү буйынса уйлашырға әҙер. Беҙ ошо йәһәттән эш графигын барланыҡ. Әлеге көндә проект һәм техник талаптар әҙерләнә. Башҡортостандың Ҡырымда үҙ биләмәһе буласаҡ.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»