• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Халыҡ-ара «Агрокомплекс» күргҙмәһе менән танышты 14.03.19 14:31

    Радий Хәбиров Халыҡ-ара «Агрокомплекс» күргҙмәһе менән танышты

    14 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «ВДНХ-Экспо» комплексында урынлашҡан XXIX Халыҡ-ара «Агрокомплекс» күргәҙмәһе менән танышты.
    Күләмле күргәҙмә йыл һайын ойошторолоп килгән Агросәнәғәт форумы сиктәрендә үтә. Унда донъяның 15 дәүләтенән, шул иҫәптән Венгрия, Бөйөк Британия, Германия, Испания, Бельгия, Нидерланд, Польша, Италия, Франция, Ҡытай, АҠШ, Белоруссиянан 300-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙе Рәсәйҙең 36 төбәге тәҡдим итә.
    Өфөгә күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн махсус рәүештә Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонько етәкселегендә Чех Республикаһы делегацияһы килгән. Улар үҙ илдәренең алдынғы биш ауыл хужалығы предприятиеһы продукцияһын тәҡдим иткән.
    Тағы ла бер коллектив стенд Австрияның ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарын берләштерә.
    Күргәҙмә ауыл хужалығының төп тармаҡтарын – үҫемселек, малсылыҡ һәм ветеринария, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек етештереү ҡаҙаныштарын сағылдыра.
    Радий Хәбиров агротехника өлгөләре, сит ил стендтары һәм, әлбиттә, Рәсәй һәм Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары менән танышты. Башҡортостан биләмәһендә сәнәғәт предприятиелары булдырыу, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре, дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса фекенр алышты. Ҡайһы бер предприятиеларҙы үҫтереүгә бәйле һорауҙарҙы «Инвестиция сәғәтендә» айырым ҡарарға тәҡдим итте.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»