• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Район һәм ҡала хакимиәттәрендә кесаҙна һайын «Инвестиция сәғәте» үткәреләсәк 18.03.19 10:51

    Район һәм ҡала хакимиәттәрендә кесаҙна һайын «Инвестиция сәғәте» үткәреләсәк

    28 марттан республиканың бөтә муниципаль берәмектәре һәм ҡала биләмәләрендә хакимиәт башлыҡтары «Инвестиция сәғәте» үткәрәсәк. Бөгөн аҙналыҡ опреатив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошондай күрһәтмә бирҙе.

    Төбәк етәксеһе республика кимәлендә хәҙер ярты йылға яҡын аҙна һайын инвесторҙар, Хөкүмәт ағзалары, үҫеш институты вәкилдәре менән махсус кәңәшмә ойошторолоуын билдәләне. Бынан тыш «проект офисы» режимында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса эштәр алып барыла. Был тәжрибә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте.

    Хәҙер инвесторҙар менән хеҙмәттәшлекте муниципаль кимәлдә лә тәртипкә һалырға кәрәк.

    –Хакимиәт башлыҡтары менән эшҡыуарҙар араһындағы тура бәйләнеште тәьмин иткән аныҡ регламент булыуы мөһим. Шуға ла һәр кесаҙна сәғәт 11:00-ҙә хакимиәт башлыҡтары үҙҙәрендә «Инвестиция сәғәте» үткәрәсәк, – тине Радий Хәбиров. –Бурыс бик ябай – район һәм ҡалала йәшәүселәр үҙ эшен асырға теләй икән, килә һәм бөтә һорауҙарына аныҡ яуапты хакимиәт башлығынан ала. Был «берҙәм тәҙрә» принцибы. Шул рәүешле беҙ ике мәсьәләне хәл итәбеҙ. Беренсенән, һеҙҙе – эшҡыуарҙарға, эшҡыуарҙарҙы һеҙгә яҡынайтабыҙ. Икенсенән, бизнес өсөн шарттар тыуҙырабыҙ.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге муниципаль «Инвестиция сәғәттре» был аҙнала уҡ биш-ун пилот районда үтергә тейеш тине. Уларҙа методик ярҙам күрһәтеү өсөн республика власть органдары вәкилдәре лә ҡатнашырға тейеш.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»