• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Инвестиция сәғәте» сиктәрендә ауыл хужалығы проекттары ҡаралды 07.03.19 19:39

    «Инвестиция сәғәте» сиктәрендә ауыл хужалығы проекттары ҡаралды

    7 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында сираттағы ултырыш үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре,ҡала-район хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.
    Ултырышта ауыл хужалығы тармағына ҡараған эре проекттар ҡаралды.
    Мәҫәлән, Илеш районындағы «Урожай» тоҡомсолоҡ заводы базаһында һөтсөлөк компексы төҙөү. Заводтың генераль директоры Айҙар Мөхәрләмов әйтеүенсә, проект һыйырҙар малы өсөн каркас өс һарай һәм һөт һауыу залын төҙөүҙө күҙаллай. Заманса төҙөлөш конструкциялары район биләмәһендә урынлашҡан предприятиеларҙың береһендә әҙерләнә. Комплекстың проект ҡеүәте – йылына 13 мең тонна һөт. Инвестицияның дөйөм күләме – 500 млн һум.
    Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, был проект – республика инвесторҙары әүҙемлеген сағылдырыусы матур миҫал. Проект концепцияһына ярашлы, төҙөлөштә заманса технологиялар ҡулланыу күҙаллана. Эштең күп өлөшөн урындағы эшҡыуарҙар тормошҡа ашырырға әҙер.
    Радий Хәбиров проектты тормошҡа ашырыу, ярҙам итеү юлдарын ентекле өйрәнергә һәм сираттағы ултырыштарҙың береһендә аныҡ тәҡдимдәр нигеҙендә уны яҡларға кәрәк тине.
    Икенсе проект – Асҡын районында рапс һәм бөртөклө культураларҙы үҫтереү һәм эшкәртеү буйынса комплекс төҙөүҙө күҙаллай.
    Беренсе этапта инвестор орлоҡ эшкәртеү һәм үҫемлек майы етештереү буйынса завод төҙөргә нийәтләй. Артабан орлоҡ һаҡлау өсөн элеватор төҙөү һәм предприятиены сыймал менән тәьмин итеү өсөн рапс һәм бөртөклө культуралар үҫтерә башлауҙы планлаштыра. Инвестицияның дөйөм күләме – 1,2 млрд һум.
    Әлеге ваҡытта инвестор тарафынан өҫтәмә аҡса йәлеп итеү варианттары өйрәнелә.
    Төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә, билдәләнгән графикка ярашлы эш башланһын өсөн, инвесторға банк ойошмалары менән хеҙмәттәшлек юлдарын нығытырға ярҙам итергә ҡушты.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»