• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты итеп Тимур Хәкимов һайланды 05.03.19 12:26

    Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты итеп Тимур Хәкимов һайланды

    Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Президенты итеп,  2018 йылдың декабрь айынан союзды президент вазифаһын башҡарыусы булараҡ етәкләгән Тимур Хәкимов һайланды. Был ҡарар Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһында бөгөн үткән сираттан тыш конференцияла ҡабул ителде. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

    –Сауҙа-сәнәғәт палатаһы – власть менән эшлекле даирәләр араһындағы күпер булып тора. Беҙгә конструктив, эшлекле мөнәсәбәттәр ҡороу мөһим. Һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

    Союз алдында торған бурыстарға туҡталып, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барырға кәрәклеге һыҙыҡ аҫтына алынды.

    –Ҙур маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикаға күләмле, етди  инвестициялар йәлеп итеү бик мөһим. Ҡаҙнаның килем өлөшө артырға тейеш, беҙҙең өсөн тотороҡлоҡ, ауыл-ҡалаларҙа лайыҡлы тормош шарттары мөһим. Бының өсөн бизнес әһелдәренә республикала эшләү уңайлы һәм ышаныслы булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ер, коммуникациялар, һалым ташламалары бирергә, кәрәк икән финанс ярҙам күрһәтергә, субсидиялар бүлергә әҙер. Беҙҙең хеҙмәттәшлек шарттары һәр саҡ асыҡ, аныҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»