• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда  «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай 04.03.19 13:11

    Башҡортостанда «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

    Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктә «Тыуған урам» программаһын ғәмәлгә ашырыла башланыуы хаҡында белдерҙе. Уның асылы шунда: һәр үҫешкән ауылда үҙәк урамға булһа ла асфальт түшәлергә тейеш. «Тыуған урам» программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнә һәм ниндәй урамға асфальт түшәргә кәрәклеген ауыл халҡы сходтарҙа үҙҙәре хәл итергә тейеш. Программаның үтәлеше өсөн яуаплы итеп Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов тәғәйенләнде.
    Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары менән семинар-кәңәшмәлә ошондай программа тураһында белдерҙе.
    Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, республикала бөтәһе 11 мең саҡрымдан ашыу автомобиль юлына ҡырсын таш түшәргә кәрәк. Шуның 8 меңдән ашыуы — урам-юл селтәре. Бының өсөн 5,7 миллиард һум кәрәк. Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ һәм Яңауыл райондарында ихтыяж ҙур.
    Радий Хәбиров ошо райондарҙы ҡом һәм ҡырсынташ карьерҙарын бушлай файҙаланыу буйынса пилот төбәк итеп һайларға ҡушты.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»