• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфө спортсыһы  Игорь Кудряшов Рәсәй йыйылма командаһы составында теннис буйынса Европа беренселегендә  алтын яуланы 19.02.19 18:11

    Өфө спортсыһы Игорь Кудряшов Рәсәй йыйылма командаһы составында теннис буйынса Европа беренселегендә алтын яуланы

    Өфө теннис мәктәбендә тәрбиәләнеүсе 15 йәшлек Игорь Кудряшов Рәсәй йыйылма командаһы составында Францияла үткән Европа беренселегендә еңде. Уның менән бергә  Дондағы Ростовтан Аристарх Сафонов  һәм Краснодарҙан Роберт Корелов та алтын миҙал яуланы. Йыйылма команда тренеры – Мәскәүҙән Евгений Савченко.
    Игорь Рәсәй йыйылма командаһына 2014 йылда инә. Ул иң һөҙөмтәле спортсы тип билдәләнә. Йәш спортсы Өфөнөң 16-сы һанлы гимназияһында белем ала. Теннис менән Олимпия резервы спорт мәктәбендә 5 йәштән шөғөлләнә. Тренеры – Ринат Нурғәлиев. 2018 йылдың июлендә Игорь Кудряшовҡа спорт мастеры исеме бирелә.
    Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»