• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Йылдам үҫеш биләмәһе статусы – ул ышаныс кредиты, беҙ уны аҡларға тейеш» 18.02.19 11:47

    Радий Хәбиров: «Йылдам үҫеш биләмәһе статусы – ул ышаныс кредиты, беҙ уны аҡларға тейеш»

    18 февралдә республиканың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашлығындағы аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумында ҡатнашҡан республика делегацияһы эшенә йомғаҡ яһаны.

    Вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, Сочи форумында Башҡортостан быйыл беренсе тапҡыр мәғлүмәти стенд тәҡдим итте. Презентация майҙансығына ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев килде, ул республиканың инвестиция проекттарын сағылдырған интерактив карта һәм «СибайПлитПром» ойошмаһы тәҡдим иткән ОСП етештереүсе завод проекты менән танышты.

    Төбәккә инвестиция йәлеп итеү буйынса ярайһы күләмле эш башҡарылды. Форумда төҙөлгән килешеүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостандың инвестиция портфеле 40 млрд һумдан ашыу суммаға тулыланды. Тағы ла энергетика, металлургия, урман эшкәртеү, ауыл хужалығы, медицина йүнәлештәрендә республика менән хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙарын белдергән байтаҡ инвесторҙар менән осрашыу-аралашыуҙар үтте. Төҙөлгән һәр бер килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ срок һәм яуаплы башҡарыусылары раҫланған юл карталары төҙөләсәк.
    Бынан тыш Башҡортостандың өс ҡалаһы – Нефтекама, Белорет һәм Благовещенск – йылдам үҫеш биләмәһе статусы аласаҡ. Был хаҡта форумда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев белдерҙе.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика делегацияһы эшен юғары баһаланы, күләмле сараға әҙерлек эштәрендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

    –Форум уңышы – ҙур әҙерлек эше һөҙөмтәһе. Беҙ республикаға инвесторҙар йәлеп итеү маҡсатында киләсәктә лә ошондай форумдарҙа әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Сочи форумын, беренсе сиратта, аграр йүнәлешле тип баһалаһаҡ, Петербург форумында сәнәғәт проекттары, фәнни инвестиция һәм инновацияларға иҫәп тотоп эшләргә тейешбеҙ.

    Төбәк етәксе шулай уҡ «Йылдам үҫеш биләмәһе» статусын аласа аласаҡ ҡала башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.

    –Ил Хөкүмәте рәйесе 14 ҡала исемен атаны, шуларҙың өсәүһе – Башҡортостандан. Был – ышаныс кредиты, беҙ уны аҡларға тейешбеҙ, –тине төбәк етәксеһе. – Форумда мин башҡа субъекттарҙың етәкселәре менән аралаштым, уларҙа йылдам үҫеш биләмәләренең нисек эшләүен һораштым. Яуап бер – әгәр ҙә урындағы муниципаль берәмек етәксеһе эшләй икән, һөҙөмтә бар. Беҙ мотлаҡ үҙебеҙҙең яҡтан һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме һеҙҙең әүҙемлек.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»