• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Рәсәй Президентының  Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле  Игорь Комаров менән осрашыу 19.02.19 15:21

    Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән осрашыу

    19 февралдә Республика Йортонда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров осрашты. Улар төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле һорауҙар буйынса фекер алышты.

    Игорь Комаров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостанда ҙур эштәр атҡарылыуын билдәләп үтте. Ошо уҡ көндә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә, федераль үҙәк тарафынан айырым иғтибарға алынырға тейешле актуаль һорауҙар ҡаралды.
    Радий Хәбиров билдәләүенсә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төбәк һәм федераль министрлыҡтарҙың эшен координациялау мөһим. Башҡортостан иһә финанс килешеүҙәр төҙөү һәм проекттарҙың паспорттарын булдырыу йәһәтенән Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡуйылған талаптарҙың барыһын да ваҡытында үтәне.

    –Иң мөһиме, махсус финанслауҙы көтөп тормайынса, беҙ айырым милли проекттарҙы тормошҡа ашыра башланыҡ та инде. Әйтәйек, һаулыҡ һаҡлау тармағын алайыҡ. Беҙ бөгөн ФАП һәм участка дауаханаларына бәйле проблемалар, кадрҙар мәсьәләһе менән шөғөлләнәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Үҙебеҙҙең төбәккә бәйле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе беләбеҙ, Хөкүмәт ҡуйған маҡсатлы күрһәткестәр менән танышбыҙ. Төбәк һәм федераль структураларҙың көндәлек эше һәм берҙәм хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә Ил Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәп сыға алырбыҙ тип ышанабыҙ.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»