• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Граждандарҙы кәмһетергә берәүҙең дә хоҡуғы юҡ» 18.02.19 12:49

    Радий Хәбиров: «Граждандарҙы кәмһетергә берәүҙең дә хоҡуғы юҡ»

    18 февралдә аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловтан «Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының» Сибай филиалы карьерын һыуға батырыу буйынса алып барылған эштәр тураһында һорашты.

    Төбәк етәксеһе ҡалалағы экологик хәл, техноген проблема эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн республика һәм комбинат етәкселәре алып барған эштәр хаҡындағы мәғлүмәтте артабан да халыҡ иғтибарына ваҡытында оператив рәүештә еткереп торорға ҡушты.

    –Мин Һеҙгә тыңғыһыҙ эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, был һорау менән ике ай шөғөлләнәһегеҙ. Сибайҙа әле ябай булмаған хәл. Ҡала халҡы һеҙҙең эшегеҙҙе күрә, уның ни тиклем ауыр һәм яуаплы булыуын аңлай. Артабан да халыҡ менән ышаныслы мөнәсәбәттәр нығытығыҙ. Мин сибайҙарға түҙемлектәре һәм хәлде аңлап ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – Әммә Һеҙ бик етди хата ебәрҙегеҙ. Граждандарҙы кәмһетергә берәүҙең дә хоҡуғы юҡ тип иҫәпләйем. Әгәр дәүләт йә муниципаль хеҙмәт мундиры кейгәнһегеҙ икән, бер ниндәй шарттарҙа ла, дәғүә белдереүсе хаҡлымы, юҡмы, уның әхләҡи сифаттарына ҡарамай, кешене түбәнһетеү тыйыла. Мин һеҙҙең ғәфү үтенеүегеҙҙе ишеттем, әммә ул аныҡ ҡына түгел. Әгәр кеше ғәфү үтенә икән, ул аныҡ, аңлайышлы, төҙәтмә, өҫтәмәһеҙ булырға тейеш. Шуның өсөн дә бөгөн Һеҙҙең урынға мин ғәфү үтенәм. Ошо урында был инцидент ябыҡ тип иҫәпләйем.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»