• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә яңы системаға күсеү мәсьәләләре ҡаралды 04.02.19 18:28

    Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә яңы системаға күсеү мәсьәләләре ҡаралды

    4 февралдә Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы (ТКО) эшкәртеү өлкәһендә яңы системаға күсеү темаһына арналған кәңәшмә үтте. Уның эшендә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фатхуллин, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев, айырым министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса төбәк операторҙары вәкилдәре ҡатнашты.
    Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар фекеренсә, 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән «cүп-сар реформаһы» төбәк һәм муниципаль властәр өсөн  етди һынау булды.
    –Бөгөн ТКО мәсьәләһе шул тиклем аңлайышһыҙ һәм ҡатмарлы. Рәсәй йәмәғәт палатаһы был теманы өйрәнеп, уны яйға һалыу юлын эҙләй, – тине Валерий Фадеев. – Сүп-сар халыҡтан кубометрлап йыйыла, ә полигондарға тонналап тапшырыла. Мәҫәлән, Томск һәм Красноярсктағы сүп-сар тығыҙлығы алты тапҡырға айырыла.  Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең республикала хәл бер ни тиклем аңлайышлы. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың күләме һәм тығыҙлығы буйынса нормативтар, тарифтар ҙа көйләнгән. Иң мөһиме халыҡ мәнфәғәте иҫәпкә алынған. Минеңсә, был бик мөһим.
    Түңәрәк өҫтәл эшендә Октябрьский ҡалаһы миҫалы ҡаралды. 114 мең кеше йәшәгән ҡалала сүп-сар йыйыу механизмы тулыһынса көйләнгән. Унда көн һайын 50 мең тонна сүп йыйыла. Ҡалала ҡаты ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү комплексы эшләй, ете файҙалы фракция – картон, ҡағыҙ, пластик шешәләр, алюминий, полиэтилен, шешә, сепрәк-сапраҡ айырыла. Ни бары 7 процент  ҡалдыҡ ҡына икенсел сыймалға ебәрелә. Рәсәй Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре был миҫалды юғары баһаланы, шулай уҡ ошо тәңгәлдә башҡа төбәктәр тәжрибәһен өйрәнергә кәңәш итте.  


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»