• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Стәрлетамаҡта республикалағы иң ҙур мәктәп сафҡа инәсәк 04.02.19 18:38

    Стәрлетамаҡта республикалағы иң ҙур мәктәп сафҡа инәсәк

    Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбенең яңы бинаһын тапшырыуға әҙерлек эштәре менән танышты. 1225 урынға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһының дөйөм майҙаны – 18 мең квадрат метр. Был объект Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан сафҡа инә. Төҙөлөш эштәре тамамланған, мәктәпте асыу тантанаһы февраль айына планлаштырылған.
    Дүрт ҡатлы мәғариф учреждениеһында 495 урынға иҫәпләнгән тантаналар залы һәм 420 урынлыҡ ашхана була. Спорт залдарында инвентарь, айырым саңғы һаҡлау һәм сисенеү бүлмәләре, душ, тренерҙар кабинеты бар. Мәктәптең медицина блогында процедуралар үткәреү  һәм стоматология кабинеттары,  табиптар өсөн айырым бүлмә булдырылған. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы лифттар күҙалланған.
    Уҡыусылар заманса компьютерҙар менән йыһазландырылған интерактив комплекс һәм юл хәрәкәте ҡаҙиғәләре кабинетында өҫтәмә белем үҙләштерәсәк. Ял сәғәттәре өсөн ҡышҡы баҡса ҡаралған, мәктәптең үҙ музейы буласаҡ.
    Проект авторҙары уҡытыусылар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы хәстәрләгән. Бынан ары улар методик сәғәттәрен яңы мәғлүмәти үҙәктә үткәрәсәк.  
    –Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы төбәктә 100-ҙән ашыу объект төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Уларҙың утыҙы мәғариф учреждениелары, –ти Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»