• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров «Хеҙмәт өлкәһе киләсәге» Халыҡ-ара форумында сығыш яһаны 04.02.19 12:40

    Радий Хәбиров «Хеҙмәт өлкәһе киләсәге» Халыҡ-ара форумында сығыш яһаны

    4 февралдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Хеҙмәт өлкәһе киләсәге» Халыҡ-ара форумында сығыш яһаны. Абруйлы сара Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуы һәм Башҡортостан Республикаһының бер быуатлыҡ юбилейына арналды.
    Радий Хәбировтың сығышы:
    Хөрмәтле ханым һәм әфәнделәр! Ҡәҙерле дуҫтар!
    Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы  Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуға арналған мөһим халыҡ-ара форум майҙансығына әүерелеүенә бик шатбыҙ. Ул беҙҙең республикабыҙҙың 100 йыллығы сиктәрендә үткәрелгән төп саралар исемлегендә. Һеҙҙең барығыҙҙы ла ихлас күңелдән  сәләмләйем.
    Хөрмәтле коллегалар!
    Донъялағы глобаль үҙгәрештәр бөтәһенә лә ҡағыла. Йәшәйешебеҙҙең барлыҡ йүнәлештәрендә, шул иҫәптән хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә лә  йылдам үҙәрештәр күҙәтелә. Улар тәрән анализ,  даими рәүештә заманға тура килгн яңы ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә.
    Хеҙмәт өлкәһен үҫтереү һәм мәжғүллеккә бәйле һорауҙарҙы хәл итеүҙә беҙҙең илдең заман менән бергә атлауын бөгөнгө форум тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.
    Күләмле сараны үткәреү урыны итеп тап Башҡортостанды һайлау осраҡлы түгел.Беҙҙең республика Рәсәйҙең иң эре сәнәғәт, аграр, медицина, фәнни, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһе.
    Башҡортостандың иң төп байлығы – уның 4 млн ашыу халҡы. Уларҙың 2 млн хеҙмәт йәшендәге кешеләр. Хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм төрҙәре үҙгәргән заманда беҙҙең төп маҡсат – тап кешеләргә юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ урындарын табырға ярҙам итеү.
    Беҙҙең төбәк Рәсәйҙә беренселәрҙән булып «Лайыҡлы хеҙмәт» программаһын ҡабул итте. Бөгөн эшселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында профсоюз ойошмалары һәм эш биреүселәр менән берлектә күләмле эш йәйелдерелгән. Коллектив хеҙмәт бәхәстәре, забастовкалар, башҡа социаль көсөргәнешле хәлдәр теркәлмәүе – берҙәм эш күрһәткесе.
    Форсаттан файҙаланып Любовь Юрьевна (Ельцова Л.Ю., Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары) һәм Всеволод Львовичҡа (В.Л.Вуколов, Хеҙмәт һәм мәжғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе) бик күп мәсьәләләрҙе хәл иткәндә әүҙем ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.
    Хөрмәтле коллегалар!
    Хәҙерге хеҙмәт баҙары үҫеше шарттарында  яңы һөнәрҙәр талап ителә, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт сифатын күтәреү өсөн яңы мөмкинлектәр тыуа. Беҙ техник ҡаҙаныштар – яһалма интеллект, автоматлаштырыу һәм роботлаштырыу заманында йәшәйбеҙ.  Бөгөн һорау менән файҙаланған һөнәри оҫталыҡтар иртәгә көн талаптарына тап килмәүе лә ихтимал. Яңы алған белем дә актуаллеген тиҙ юғалтасаҡ.  Шуның өсөн дә мәктәптәр алдында торған  төп бурыс – яңы быуынды ғүмер буйы уҡырға, тиҙ генә яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә өйрәтеү.
    Дәүләт алдында торған өҫтөнлөклө һорауҙарҙың береһе – халыҡтың сәләмәтлеге һәм ғүмер оҙонлоғо. Һау-сәләмәт һәм бәхетле эшсе – хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға ярҙам иткән төп потенциал. Ғүмеребеҙҙең күп ваҡытын эштә үткәреүебеҙҙе иҫәпкә алғанда, лайыҡлы хеҙмәт шарттары тыуҙырып, сәләмәтлек хаҡында хәстәрләү – эш биреүселәрҙең төп бурысы.
    Совет осоро моделенә ярашлы медицина тикшереүҙәре үткәреү һәм диспансеризация ойоштороу йәһәтенән эре эш биреүсе ойошмалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыла. Был һорау ҡануни нигеҙ талап итә. Шуға ла мотлаҡ медицина страховкаһы механизмдарын камиллаштырыу йәһәтенән ҡануни башланғыс менән сығырға әҙербеҙ. Ул эш биреүселәргә     хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген хәстәрләргә стимул бирергә тейеш.
    Мин Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы етәкселәренә улар тәҡдим иткән проекттарҙа  ҡатнашырға мөмкинлек тыуҙырғандары өсөн айырым рәхмәт белдерәм. Был форум да яңы мөмкинлектәр асыр тигән ышаныста ҡалам. Атап әйткәндә, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы менән берлектә замана талаптарына яуап биргән «Башҡортостан Республикаһында лайыҡлы хеҙмәт» программаһын  төҙөргә әҙербеҙ. Уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыр  өсөн бары тик Конгресс-холл бинаһын ғына түгел, эксперименталь майҙансыҡтар, цех, технопарк, лабораторияларҙы ла биреп торорға әҙербеҙ.
    Хөрмәтле дуҫтар!
    Һеҙгә һөҙөмтәле эш, уңыштар, беҙҙең республиканан матур тәьҫораттар алып ҡайтыуығыҙҙы теләйем!
    Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!




    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»