• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Беренсе мәктәп мәғарифы форумында күтәрелгән һорауҙар пленар ултырышта ҡаралды 01.02.19 17:35

    Беренсе мәктәп мәғарифы форумында күтәрелгән һорауҙар пленар ултырышта ҡаралды

    1 февралдә «Торатау» Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Беренсе мәктәп мәғарифы форумының пленар ултырышында ҡатнашты.
    Форум сиктәрендә ойошторолған дискуссия майҙансыҡтары етәкселәре фекер алышыу һөҙөмтәһендә тыуған тәҡдимдәр менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе улар төплө өйрәнеләсәк һәм аныҡ ҡарарҙар рәүешендә республика Хөкүмәте, министрлыҡ һәм ведомстволарға төшөрөләсәк, тине.
    Радий Хәбиров форумды йылына бер тапҡыр мотлаҡ ойоштороға тигән тәҡдим индерҙе. Белем биреү системаһына ҡағылған һорауҙар артабан ике аҙнаға бер тапҡыр «Мәғариф сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә ҡараласаҡ, тип белдерҙе.
    Стенограмма:
    ХӘБӘРСЕ: Бөгөн иң ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырған тема – биш көнлөк уҡытыу системаһына күсеү. Был йәһәттән бөгөн аныҡ датаны атай алабыҙмы? Балалар һәм уҡытыусылар өсөн ҡалған биш көн артыҡ көсөргәнешле булмаҫмы?
    Р. ХӘБИРОВ: Иң беренсе сиратта минең үҙем өсөн аныҡ һорауға яуап кәрәк ине: был һорау көнүҙәкме, юҡмы? Ысынлап та, йәмәғәтселек тә, директорҙар корпусы ла был идеяны хуплай. Әлегә беренсе һығымта – беҙ барыбыҙ ҙа уртаҡ ҡарашта.
    Артабан иң ауыр һорауҙы хәл итергә тура киләсәк. Мин Мәғариф министрлығына теманы ентекле өйрәнергә һәм мәктәптәргә биш көнлөк уҡытыуға ҡасан, нисек күсеү, уҡыу графигын нисек төҙөү буйынса аныҡ тәҡдимдәр индерергә ҡуштым.
    Миңә сығарылыш синыф уҡыусыларына бәйле һорауҙар биреп өлгөрҙөләр. Бәлки уларҙы шәмбе көн уҡыуҙан бушатыу кәрәкмәйҙер ҙә – быларҙың барыһын ныҡлы өйрәнеү шарт.
    Шулай ҙа тағы бер мәртәбә һыҙыҡ аҫтына алам – биш көнлөк уҡытыуға беҙ күсәсәкбеҙ. Әлбиттә, ойоштороу эштәре күп. Мәҫәлән, балалар өсөн шәмбе көндәрен файҙалы итеп ойоштороу һорауын өйрәнергә, спорт һәм мәҙәниәт учреждениелары менән  пландар төҙөргә кәрәк.
    ХӘБӘРСЕ: Һеҙ мәктәптәрҙе цифровизациялау буйынса ла һөйләнегеҙ. Ә беҙҙең байтаҡ ҡына мәғариф учреждениелары интернетҡа тоташтырылмаған. Интерактив технологияларға килгәндә, хәҙерге уҡыусылар заманса шарттарҙа белем алырға тейеш. Ә бюджетта ошо һорауҙар өсөн сығымдар ҡаралғанмы?
    Р. ХӘБИРОВ: Әлегә бюджетта тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тәғәйен сығымдар ҡаралмаған. Мин бөгөн форумда күтәрелгән һорауҙарҙы бер ай эсендә ентекле өйрәнергә, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе аныҡларға ҡуштым. Артабан Хөкүмәттең финанс блогы белгестәре менән ултырып анализлап өҫтәмә аҡсалар бүлеү тураһында ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ.
    ХӘБӘРСЕ: Ошоға оҡшаш тағы ла бер һорау «Ҡанатлан» программаһына бәйле. Водитель оҫталығына уҡытыу, вальс, инглиз теле – улар өсөн дә өҫтәмә сығымдар талап ителә. Урынлы һорау – ҡайҙан аҡса алырға?
    Р. ХӘБИРОВ: Табырбыҙ. Аҡса бар, беҙҙең иҡтисади мөмкинлектәр етерлек. Беҙ үҙ алдыбыҙға иҡтисадты үҫтерергә, инвесторҙар йәлеп итергә, яңы эш урындары булдырырға тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. «Ҡанатлан» программаһын да, башҡа проекттарҙы ла ентекле өйрәнгәндән, иҫәпләүҙәр үткәргәндән һуң тәҡдим иттек. Тәүге аҙымдар өсөн запастар бар, шуға ҡыйыу рәүештә уларҙы тормошҡа ашыра башлаһаҡ була. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улар өсөн әллә ни ҙур сығымдар ҙа талап ителмәй, шуға был проекттар беҙҙең ҡаҙна өсөн ауыр йөк буласаҡ тип әйтә алмайым.  
    ХӘБӘРСЕ: Беренсе форумдан һуң һеҙҙе тәьҫораттар?
    Р. ХӘБИРОВ: Был форум делегаттарға оҡшаны тип уйлайым. Һәр хәлдә уларҙың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу күрҙем. Республика мәктәптәренең яртыһынан директорҙар саҡырылды. Беҙ уларҙың барыһын да күрергә теләр инек, урын ғына етмәй. Минеңсә, улар өсөн бындағы фекер алышыуҙар файҙалы булды. Иң мөһиме, беҙ барыбыҙ ҙа яңы идеялар менән «һуғарылдыҡ». Шәхсән үҙем мәктәп мәғарифы, уға бәйле һорау, бурыстар тураһында күберәк белдем тип әйтә алам.
    ХӘБӘРСЕ: Биш көнлөк уҡытыуға бәйле тағы ла бер һорауҙы күтәрәләр. Мәктәп программаһында, сәғәттәрҙә ҙур ҡыҫҡартыуҙар булмаҫмы? Уҡытыусыларға эшһеҙ ҡалыу хәүефе янамаймы?
    Р. ХӘБИРОВ: Беҙ был форумға бер ай әҙерләндек. Бөтә һорауҙарҙы ла барланыҡ. Мәғариф министрлығынан коллегалар миңә алдан уҡ аныҡ яуап бирҙе – үҙгәрештәр бер ниндәй ҙә ҡыҫҡартыуҙарға алып килмәйәсәк.  Уҡытыусыларға хәүефләнергә урын юҡ.
    ХӘБӘРСЕ.: Балаларҙы ташыу мәсьәләһендә талаптар ҡәтғиләшерме?
    Р. ХӘБИРОВ: Был тәңгәлдә талаптар былай ҙа төрлө норматив акттар менән теүәл билдәләнгән. Беҙ икенсе теманы күтәрәбеҙ. Балаларҙы ташыу өсөн кем яуап бирергә тейеш. Беҙҙеңсә, автобустың төҙөклөгө, яғыулыҡ, водитель табыу, техосмотр үткәреү кеүек һорауҙар менән мәктәп директоры түгел, айырым профессиональ команда шөғөлләнергә тейеш. Минеңсә, был яуаплылыҡты яйлап ҡына «Башавтотранс»  ҡарамағына тапшырырға кәрәк. Әлегә был һорауҙар өйрәнеү стадияһында.
    ХӘБӘРСЕ.: Ауыл мәктәптәренә уҡытыусыларҙы йәлеп итеү мәсьәләһе нисек хәл ителәсәк?
    Р. ХӘБИРОВ: Беҙ финанс блок менән был һорау буйынса һөйләштек. 100 ауыл уҡытыусыһына грант өсөн бюджеттан йылына 60 млн һум аҡса ҡараласаҡ. Тағы ла «Ауыл табибы»на оҡшаш программа әҙерләйбеҙ. Ауылға уҡытыусылар йәлеп итер өсөн сығымдар мотлаҡ табасаҡбыҙ.
    ХӘБӘРСЕ: Форумда күтәрелгән һорауҙарҙың байтағын хәл итергә ҡамасаулаған төп һорауҙарҙың береһе – ул психологтар әҙерләү менән бәйле. Мәктәптәр тап уларға ҡытлыҡ кисерә, бөгөн һәр бер мәғариф учреждениеһында иң кәмендә өс психолог эшләргә тейеш...
    Р. ХӘБИРОВ: Һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Форумға әҙерләнгәндә байтаҡ мәҡәләләр ҡарап сыҡтыҡ. Әгәр ҙә мәктәптә тәжрибәле психолог булһа, ул бик күп мәсьәләләрҙе алдан киҫтер ине. Бөгөн форумда ҡатнашыусылар ҙа психологтар штатын арттырыға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.  Был һорауҙы ла иғтибар үҙәгендә тотасаҡбыҙ.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»