• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров сираттағы «Сәләмәтлек сәғәтен» үткәрҙе 31.01.19 18:11

    Радий Хәбиров сираттағы «Сәләмәтлек сәғәтен» үткәрҙе

    31 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  «Сәләмәтлек сәғәте» форматында сираттағы  кәңәшмә үткәрҙе. Һәр ваҡыттағыса, видеоконференция режимында район-ҡала хакимиәте башлыҡтары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
    Иң башта социаль селтәрҙәр аша халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр менән эшләүсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская сығыш яһаны. Ул һаулыҡ һаҡлау темаһына ҡағылған ялыу, хаттар менән таныштырҙы. Бер аҙнала ошо йүнәлеш буйынса 75 мөрәжәғәт теркәлгән. Күбеһе Сибайҙағы экологик хәл менән бәйле. Һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡағылған башҡа һорауҙар ҙа бар, улар дарыуҙар менән тәьминәттәге өҙөклөктәр, белгестәр етмәүгә бәйле. Стәрлетамаҡ ҡала поликлиникаһында флюорография аппараты эшләмәй. Шуға ла КАМАЗ автомобиле базаһында күсмә комплекс ойошторолған. Ҡалала йәшәүселәр ҡыш көнө урамда флюорагарфияға  сиратта торорға ныҡ һыуыҡ тип яҙа. Радий Хәбиров яңы стационар флюорагарфияны 1 июлгә тиклем монтажлап бөтөргә ҡушты.
    ***
    Киҫкен коронар синдром менән вафат булыусылар һанын кәметеү мөмкинлектәре тураһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һөйләне. Бөгөн киҫкен коронар билдәләр менән мөрәжәғәт иткән пациенттарға республикала 18 беренсел махсус бүлектәрҙә һәм алты төбәк әһәмиәтендәге йөрәк-ҡан тамыры сирҙәре үҙәктәрендә күрһәтелә. Уларҙың базаһында 12 ангиограф ҡорамалы урынлаштырылған.
    2018 йылда республика бюждеты иҫәбенә тағы ла биш ангиограф һатып алынған. Уларҙың өсәүһе Республика кардиология үҙәге, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм 21-се ҡала дауаханаһында сафтан сыҡҡан иҫке ҡорамалдар урынына ҡуйылһа, йәнә икәүһе 1 марттан Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы һәм Нефтекама дауаханаһында эшләй башлай. Быйыл шулай уҡ Белорет ҡала-район дауаханаһына яңы ангиограф урынлаштырыу планлаштырыла.
    Радий Хәбиров Урал аръяғы райондарына ла ангиограф талап ителеүен һыҙыҡ аҫтына алды. Ҡасан һәм нисек һатып алырға мөмкин – был турала сираттағы кәңәшмәгә аныҡ яуап әҙерләргә ҡушты.
    Бынан тыш Максим Забелин әйтеүенсә, Сибайҙа декабрҙә һатып алынған флюография аппараты бина әҙер булмау сәбәпле һаман да урынлаштырылмаған. Төбәк етәксеһе был эште 1 мартҡа тамамларға ҡушты.
    Һуңғы биш йылда республикала киҫкен коронар билдәләр күҙәтелгәндә эшләнгән операция күләме бермә-бер артҡан. Максим Забелин әйтеүенсә, ошо сирҙән үлем осраҡтарын кәметеү өсөн материаль-техник базаны нығытыу, медицина белгестәрен уҡытыу, халыҡ өсөн профилактик аңлатыу эштәрен күбәрәк ойоштороу шарт. Тағы ла бер мөһим фактор – киҫкен коронар синдром үткәргән һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы алған пациенттарҙы 12 ай дауамында булшай дарыу препараттары менән тәьмин итеү мөһим. Радий Хәбиров был һорауҙы енткеле өйрәнергә кәрәк тип белдерҙе.
    ***
    Артабан Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы тап граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү һорауҙарына ентекле туҡталды. Был йәһәтән эш ике йүнәлеш буйынса алып барыла.
    Беренсеһе – дауахана, клиника, диспансер һәм башҡа учреждениеларға стационар дауаланыуға ятҡан пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү. Ул федераль һәм республика бюджеттан медицина страховкаһы иҫәбенә бушҡа ойошторола. 2018 йылда ошо маҡсатҡа дөйөм алғанда 7,3 млрд һум аҡса бүленгән.
    Икенсеһе – амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәткәндә дарыуҙар менән ташламалы тәьмин итеү. Юғары сығымлы дауаланыу талап ителгән сирлеләр өсөн ҡиммәтле дарыуҙар  федераль бюджет иҫәбенә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан һатып алына. Бынан тыш, федераль ташлама алыусылар өсөн 2019 йылда 840 млн һум, ә республика ташламаһы менән файҙаланыусыларға 1,8 млрд һум аҡса бүленгән. Был өлкәгә ҡағылған һорауҙар, беренсе сиратта,  финанс сығымдар етмәүе, конкурс процедураларының оҙаҡ үтеүе, тәьмин итеүсе ойошмаларҙың билдәләнгән шарттарҙы теүәл үтәмәүенә бәйле. Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең төп юлы – финанслау күләмен арттырыу, берҙәм фармоператорҙы билдәләп һатып алыуҙарҙы үҙәкләшкән рәүештә ойоштороу.
    Радий Хәбиров, граждандар үҙ мөрәжәғәттәрендә дауаханаларҙа элементар медикаменттар һәм кәрәк-яраҡтар етмәүенә дәғүә белдерә, тине. Төбәк етәксеһе ошо хәлде тулыһынса анализларға, пациенттарға бушлай бирелергә тейешле дарыу һәм медицина кәрәк-яраҡтарын һатып алырға ҡушыуҙарҙы тамырынан  юҡҡа сығарырға тине.
    ***
    «Сәләмәтлек сәғәтендә» шулай уҡ «Яҡты-күл» шифаханаһын үҫтереү һәм медицина белгестәрен әҙерләү һорауҙары ҡаралды. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университеты колледж тамамлаусы 50 егет-ҡыҙҙы маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡабул итергә әҙер. Улар республика иҫәбенә белем ала һәм артабан ҡала-район медицина учреждениеларына эшкә ҡайтасаҡ.  
    Бынан тыш бөгөн район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары БДМУ студенттары мпенән осрашыуҙар үткәрә, уларҙы үҙҙәренә эшкә саҡыра. Был йәһәттән 5 меңгә яҡын студент иғтибар үҙәгендә. Урындарҙа ординаторҙар өсөн практика ойшторола.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»