• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
     Шишмәлә үҫемлек майын фасовкалау цехы төҙөләсәк 31.01.19 20:09

    Шишмәлә үҫемлек майын фасовкалау цехы төҙөләсәк

    31 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ҡала-район башлыҡтары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә инвесторҙар менән сираттағы осрашыу үткәрҙе.
    Кәңәшмә Ишембай районында айырым иҡтисади биләмә булдырыу темаһынан башланды. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков махсус проект менән таныштырҙы. Ишембай районы бай тәбиғәт ресурстары , профессональ белгестәр һәм әҙер транспорт инфраструктураһы менән ҡеүәтле сәнәғәт комплексы булараҡ ҡарала .
    –Ишембай районында айырым иҡтисади биләмә булдырыу проекты нигеҙенә Татарстандың «Алабуға» миҫалы алынды, – тине Сергей Новиков. – Иртәгә беҙҙең республика делегацияһы тәжрибә уртаҡлашыу өсөн күрше төбәккә сыға.
    Радий Хәбиров Ишембай районында айырым иҡтисади биләмә булдырыу идеяһын хупланы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә ғариза әҙерләү эшен тиҙләтергә, оҙаҡҡа һуҙмай резидент-инвесторҙар эҙләү эшенә күсергә ҡушты.
    «Инвестиция сәғәте» сиктәрендә шулай уҡ Шишмәлә үҫемлек майын һауыттарға тултырыу предприятиеһы проекты раҫланды. Инвестор – «Шишмә» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Ул тәүлегенә 600 тонна май ҡойоу ҡеүәтенә эйә заманса фасовкалау цехы төҙөргә теләй. Алдағы өс йылда ойошма 2 млрд һумдан күберәк инвестиция йәлеп итергә уйлай, 86 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк тип күҙаллана.
    –Әгәр ҙә бөгөнгө мөмкинлектәребеҙгә таянып әле һатыуға айына 400 мең шешә май әҙерләһәк, заманса  Италия ҡорамалдары ярҙамында  етештереү ҡеүәте ун тапҡырға артасаҡ, – тине «Шишмә» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Айҙар Яҡупов. – Иң мөһиме, беҙ сифатлы продукция менән үҙебеҙҙең Башҡортостан халҡын ғына түгел, тотош Рәсәйҙе тәьмин итәсәкбеҙ. Сит илдәргә сығыу ҙа күҙаллана.
    Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, был проектты тормошҡа ашырыу республика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең килеме артыуға йоғонто яһай, үҫемселек тармағын яңы кимәлгә сығарырға этәргес була, тип билдәләне.
    –Был предприятиены – өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индерәбеҙ һәм уны тормошҡа ашырыуҙы бары тик хуплайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
    Кәңәшмәлә шулай уҡ «Газпром газмотор яғыулығы» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт проекты ҡаралды. Улар республикала газ яғыулығы станциялары асыуҙы күҙаллай. Алдағы ике йылда ошо маҡсатҡа 1 млрд һум аҡса йәлеп ителеп, Нефтекама, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө һәм Шишмә райондарында 55 яңы эш урыны барлыҡҡа килер тип күҙаллана. Компания был проектты Өфө һәм Сибай ҡалаларында тормошҡа ашырған да инде.




    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»