• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында  республикала  юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү һорауҙары ҡаралды 26.01.19 15:29

    Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында республикала юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү һорауҙары ҡаралды

    26 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда 2019-2021 йылдарҙа дөйөм ҡулланыштағы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса төбәк заказы ҡаралды.
    Документҡа ярашлы, 2019 йылда республиканың  Юл фонды күләме  – 17,88 млрд һум, 2020 йылда – 17,2 млрд һум, ә 2021 йылда – 16,6 млрд һум тәшкил итә.
    Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, 2019 йылда Юл фонды федераль бюджет иҫәбенә 19,7 млрд һумға тиклем артыр тип күҙаллана. 1,8 млрд һум «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә бүленәсәк. Бынан тыш, 2019 йылда Воровский урамы тәңгәленән Ағиҙел йылғаһы аша күпергә табан юлүткәргес төҙөү  өсөн федераль бюджеттан – 500 млн һум, ә Көнсығыш  тарафҡа сығыу юлын төҙөү өсөн 1,5 млрд һум күләмендә аҡса юллау эше бара.
    Ултырышта шулай уҡ халыҡты  муниципаль-ара маршруттар буйынса сифатлы хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеү, инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта төбәк позицияһын яҡшыртыу һәм муниципаль берәмектәр кимәлендә юғары уңышҡа ирешеүсе спортсыларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»