• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    23.01.19 18:47

    «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

    23 ғинуарҙа муниципаль берәмек хакимиәттәре ҡатнашлығындағы селектор кәңәшмәлә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» республика конкурсы йомғаҡтарын иғлан итте.
    Конкурста 52 муниципаль берәмек ҡатнаша. Республика власы органдары, Муниципаль берәмектәр  советы ассоциацияһы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән торған конкурс комиссияһы, ҡаласыҡ һәм шыршының биҙәлешен, ҡулланылған иллюминациялар, скульптура композицияларын баһалағандан һуң, үҙ ҡарарын сығарған. Альфред Зиннәтуллин әйтеүенсә, Яңы йыл байрамына әҙерлек буйынса муниципаль берәмектәрҙә ҙур эштәр атҡарылған.

    Ҡала округы категорияһында еңеүселәр:
    I урын – Октябрьский ҡалаһы
    II урын – Учалы ҡалаһы
    III урын – Яңауыл ҡалаһы

    Ауыл биләмәһе  категорияһында еңеүселәр:
    I урын –Борай ауыл биләмәһе (Борай районы)
    II урын – Асҡар ауыл биләмәһе (Әбйәлил районы)
    III урын  – Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе (Ҡыйғы районы) һәм Мораҡ ауыл биләмәһе (Күгәрсен районы)

    Еңеүселәр аҡсалата премия менән бүләкләнә. Беренсе урынға 500 мең һум, икенсе урын өсөн – 200 мең һум, өсөнсө урынға – 150 мең һум ҡаралған.  Өсөнсө урынды бүлешкән ике ауыл биләмәһенә премия уртаҡ  бүленә.  Был аҡсалар муниципаль берәмектәрҙе төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтелергә тейеш.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»