• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үткәрҙе 22.01.19 15:00

    Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үткәрҙе

    22 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда Республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре, район-ҡала хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.
    Кәңәшмә башында төбәк етәксеһе Сибай  хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән ҡалалағы экологик хәл буйынса фекер алышты. Муниципаль берәмек етәксеһе әйтеүенсә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы карьерында  таубаҡыр рудалары быҫҡыу сығанаҡтарын  һүндереү һәм атмосфераға көкөрт диоксиды бүленеүҙе бөтөрөү маҡсатындағы эштәр туҡтауһыҙ алып барыла. Бынан тыш, профилле проект институттары белгестәре кәңәше буйынса карьерҙың төбөнә һыу тултырырға, тигән ҡарар ҡабул ителгән. Эҙерлек эштәре, йәғни карьер төбөндәге технологик ҡорамалдарҙы сығарыу өсөн йәнә биш-ете көн талап ителә.
    Шулай уҡ ҡала поликлиникаларында республика учреждениеларынан ебәрелгән табиптар үҙ эшен дауам итә. Аҙна башында Сибайға тағы ла 31 белгес килгән.
    Бөгөнгә карьерға яҡын урынлашҡан биләмәләрҙә, теүәлләп әйткәндә 500 метр радиусында йәшәүсе балаларҙы Ҡырым шифаханаларына ебәрергә тигән ҡарар ҡабул ителгән, ә бер саҡрым радиусындағы биләмәләрҙә йәшәгән балалар, табиптар күрһәтмәһе булғанда, республика шифаханаларына ебәреләсәк.
    –Сибайҙағы хәл ябай түгел. Ул – көсөргәнешле тигәнде аңлатмай, ә тап – ябай түгел, тигәнде һыҙыҡ аҫтына алам. Был мәсьәлә буйынса һәр кем үҙ эшен еренә еткереп атҡарырға тейеш, – тип Радий Хәбиров  Республика Хөкүмәте вәкилдәренә мөрәжәғәт итте.
    Торлаҡ-коммуналь һәм юл-транспорт тармағындағы оператив хәлдәр менән профилле ведомство етәкселәре таныштырҙы.
    Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары  Юрий Палтусов күп фатирлы йорттарҙың подъездарын төҙөкләндереү программаһы тураһында бәйән итте. Республикала йәмғеһе ремонт талап ителгән 26 мең подъезд иҫәпләнә. 2019 йылда уларҙың күпмеһе һәм ҡайһылары махсус программаға инәсәк, 1 мартҡа йорттарҙың исемлеге булдырылып, мәғлүмәттәр муниципаль берәмектәрҙең рәсми сайтына урынлаштырыласаҡ. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, ремонт эштәре май айында башланасаҡ.
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  был аҙна аҙағына тиклем яңы программа тураһында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт еткерергә, тигән бурыс ҡуйҙы.  
    –Беренсе этап – быйыл ремонт эшләнәсәк подъездар исемлеген булдырыу, – тине Радий Хәбиров. – Ундай подъездар һаны бик күп. Аныҡ исемлек барлыҡҡа килгәндән һуң ғына халыҡ менән аралашырға, атҡарыласаҡ ремонт буйынса йортта йәшәүселәрҙең фекерҙәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк.
    Юрий Палтусов шулай уҡ республика ойошмалары тарафынан газ яғыулығы өсөн булған бурыстар тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Әгәр ҙә 2018 йылдың 1 ноябренә ваҡытында түләнмәгән бурыстар күләме 617 млн һум булһа, 2019 йылдың 1 ноябренә был күрһәткес, башлыса «Өфө инженер селтәрҙәре»  муниципаль унитар предприятиеһы бурыстарын реструктуризациялау  иҫәбенә, 250 миллион һумға кәмегән. Шул уҡ ваҡытта бурыстарҙы ҡайтарыу бөтә район-ҡалаларҙа ла раҫланған  графикка ярашлы атҡарылмай.
    –Беҙҙә халыҡ газ яғыулығы һәм башҡа коммуналь түләүҙәргә яуаплы ҡарай. Был йәһәттән Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә маҡтана алмай, – тине Радий Хәбиров. – Әммә беҙ ойошма-предприятиеларҙың финанс дисциплинаһы арҡаһында ҙур суммалар юғалтабыҙ. Эш артабан да былай дауам итергә тейеш түгел. Был тәңгәлдә район-ҡала хакимиәттәре эшләргә тейеш.
    Төбәк етәксеһе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә түбән динамика күрһәткән муниципалитеттарҙың  раҫланған графикка ярашлы алып барылған эштәренә тулы анализ яһарға һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса эксперт ярҙамы күрһәтергә тигән бурыс ҡуйҙы.
    –Республика бюджетынан иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ғына ярҙам итәсәкбеҙ, йәғни был күренеш бер нисек тә ҡәҙимге хәлгә әйләнергә тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн газ яғыулығы өсөн бурыстарҙы ҡайтарыуға киткән аҡсаны беҙ күпкә мөһимерәк һәм кәрәклерәк нәмәләргә ебәрер инек. Мәҫәлән, мәктәп, дауахана, юлдар төҙөүгә.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»