• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы бүлеге яңы бинаға күсте 22.01.19 20:00

    Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы бүлеге яңы бинаға күсте

    22 ғинуарҙа Бәләбәйгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрлығы Бәләбәй районы бүлегенең яңы бинаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе полиция хеҙмәткәрҙәрен «йорт туйлау» уңайынан тәбрикләп, эштәрендә уңыштар теләне.
    –    Төп теләгем – кешеләр һеҙгә ышанһын. Халыҡ өсөн хәүефһеҙ мөхиттә йәшәү, урам буйлап тыныс күңел менән йөрөй алыу, бер-бер хәл була ҡалһа, уларға мотлаҡ ярҙам итәсәктәрен аңлау мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Был Эске эштәр органдарына ярҙам йөҙөнән беҙҙең тарафтан төҙөлгән тәүге бина, әммә һуңғыһы түгел. Артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләйәсәкбеҙ.
    Элек Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы бүлеге ҡала буйлап һигеҙ бинала урынлашҡан була, мәҫәлән, полиция  хеҙмәте 1775 йылда төҙөлгән һәм төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнгән йортта урынлаша.
    Өр-яңы ике ҡатлы кирбес бинаның дөйөм майҙаны 4,7 мең квадрат метр. Халыҡты ҡабул итеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн бөтә шарттар иҫәпкә алынған. Ваҡытлыса тотоу изоляторы, өйрәтелгән эттәрҙе аҫырау өсөн махсус вольер блоктары булдырылған. Бүлек ҡарамағына 25 машинаға иҫәпләнгән  йылы гараж, йылытыу һәм трансформатор, янғын һүндереү һәм һыу менән тәьмин итеү станциялары инә.
    Был бинаны төҙөү өсөн республика ҡаҙнаһынан 290 млн һум аҡса бүленгән, махсус ҡорамалдар һәм йыһаздар алыу өсөн айырым сығымдар йүнәлтелә.
    Радий Хәбиров дежур часте, эш кабинеттарын, тантаналар залын ҡараны, район эске эштәр бүлегенең музейында булып полиция ветерандары менән аралашты, мәртәбәле ҡунаҡтар кенәгәһенә теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.  


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»