• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Боронғо Өфө» археология паркын булдырыу Концепцияһы раҫланды 21.01.19 16:30

    «Боронғо Өфө» археология паркын булдырыу Концепцияһы раҫланды

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров федераль әһәмиәттәге «Өфө-II ҡаласығы» археология ҡомартҡыһы биләмәһендә «Боронғо Өфө» археология паркын булдырыу Концепцияһы тураһында Республика Хөкүмәте ҡарарын раҫланы. Археология паркы булдырыуҙың төп маҡсаты - уникаль ҡомартҡыны һаҡлау һәм популярлаштырыу.
    Әйткәндәй, федераль әһәмиәттәге мәҙәни-тарихи ҡомартҡы биләмәһендә музей комплексы төҙөү мәсьәләһе әле 2006 йылда уҡ күтәрелә. Ул археологик ҡомартҡыны һаҡлауҙы тәьмин итер, шулай уҡ башҡалаға туристар ағымын йәлеп итеүсе ҙур үҙәк булыр, тип күҙаллана.
    «Өфө-II ҡаласығы» археология ҡомартҡыһы 1953 йылда крайҙы өйрәнеүсе П.Ф.Ищериков тарафынан асыла. Артабан ул Н.Мәжитов, М.Садыҡова, В.Овсянников етәкселегендә өйрәнелә. 2006 йылдан ғилми экспедицияларҙы Башҡорт дәүләт университеты Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса ғилми-етештереү үҙәге менән берлектә алып бара. 2012 йылдан археология ҡомартҡыһы «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы тарафынан өйрәнелә.
    Күп һанлы хроноиндикаторҙар (иләнгән еп, алҡа, муйынсаҡтар), шулай уҡ радиоуглерод анализдарға ярашлы, бында кешеләр IV-XIV быуаттарҙа йәшәгән. «Өфө-II ҡаласығы» IV-XIV быуаттарҙан ҡалған иң эре археология ҡомартҡыһын һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ойошторола. Бөгөн уның фондында археологик, этнографик һәм палеонтологик коллекцияларҙы тулыландырған 6362 музей предметы һаҡлана.
    Биләмәне музейға әйләндереү – археологик ҡоматҡыны заманса файҙаланыу мөмкинлеген бирә, уны килер быуындар өсөн һаҡлауҙы тәьмин итә, шулай уҡ башҡалабыҙҙың туристик үҙәгенә әүерелер өсөн шарттар тыуҙыра.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»