• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Сибайҙа экологик хәүефһеҙлек һорауҙары буйынса «ҡыҙыу телефон» эшләй 17.01.19 17:47

    Сибайҙа экологик хәүефһеҙлек һорауҙары буйынса «ҡыҙыу телефон» эшләй

    Сибай ҡалаһындағы карьерҙа тау тоҡомдары быҫҡып янып атмосфераның көкөрт диоксиды менән бысраныуы сәбәпле килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү сиктәрендә «ҡыҙыу телефон» хеҙмәте ойошторолдо. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

    Ҡыҙыу телефон номеры - 8 (347)244-15-75

    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ташландыҡ карьерҙағы таубаҡыр рудалары быҫҡып яныу сәбәпле һауа бысрана, 2018 йылдың ноябренән Сибай ҡалаһында юғары әҙерлек режимы иғлан ителде.
    Көн һайын (иртәнге 06:00-дән 21:00 сәғәткә тиклем) атмосфера һауаһын тикшереү өсөн пробалар алына . Өлгөләр бер юлы дүрт лаборатория тарафынан тикшерелә:

    - Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Граждандарҙы яҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәте;
    - Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитика контроле идаралығы ;
    - «Учалы тау байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты менән берлектә ойошторған аккредитацияланған күсмә лабораторияһы;
    - Башҡортостан буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү идаралығының территориаль лабораторияһы;

    2019 йылдың 17 ғинуарында Сибай ҡала дауаханаһының балалар һәм өлкәндәр поликлиникаһында республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары белгестәре халыҡты ҡабул итте.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»